+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
25 Июль 2022, 12:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Бала табыу йорто янына машина килеп туҡтай. Унан ашы­ғып бер ир сыға ла, артҡы ишекте асҡас, ҡысҡырып ебә­рә:– Йә Хоҙай! Ҡатынымды өй­ҙә онотоп ҡалдырғанмын бит! ***

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

Әсә – егеткә:
– Кисә ҡараңғы мөйөштә минең ҡыҙымды үбергә нисек баҙнат иттең?
– Иртән ҡыҙығыҙҙы күргәс, үҙем дә бик ныҡ аптыраным...
***
Берәүҙең бик иртә ултырт­ҡан картуфын ҡырау һуҡҡан.
– Колорадо ҡуңыҙҙарының хәле, ай-һай, мөшкөл буласаҡ был йәйҙә, – тип һөйөнгән ул.
***
Ғәли баҡсаһында ҡауын йыйып йөрөй икән. Көтмәгәндә өс ят кеше килеп сыҡҡан. Ғәли шунда уҡ ҡауын телгән:
– Рәхим итегеҙ, ашағыҙ!
Ашап туйғас, тегеләр кит­мә­к­се булған. Ғәли уларҙы туҡ­тат­ҡан:
– Балаларығыҙға ла ҡауын алы­ғыҙ.
Кешеләрҙең икәүһе – ике­шәр, ә өсөнсөһө өс ҡауын ал­ған. Ғәли өс ҡауын алғанына:
– Хеҙмәтселәрең менән баҡ­сама рәхим иткәнең өсөн сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләйем, батшам, – тигән. Ул, ғәжәпләнеп, Ғәлиҙән:
– Быларҙың – хеҙмәтсе, ә минең батша икәнлегемде ҡайҙан белдең? – тип һора­ған.
– Ҡомһоҙлоғоғоҙҙо күреп, – тигән Ғәли.
***
Ҡатын – иренә:
– Эшләгәнең ашарға ла етмәй. Әсәйемә ҡайтып ки­тәм!
– Бик яҡшы, мине лә үҙең менән алырға онотма!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: