+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Июль 2022, 11:00

Дөрөҫ

Ҡапыл байып киткән эшҡыуар джип һатып алғас, уны төнгөлөк­кә йорто янына ҡуйған. Машина янынан үтеп барыусы эскесе джип­тың артындағы яҙыуға иғтибар итә: “4х4”. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡаҙаҡ ала ла сыйғылай: “4х4=16”.

Дөрөҫ
Дөрөҫ

Иртән асыуы алҡымына тығылған хужа сер­висҡа барып сыйылған урынды буята. Был хәл иртәгеһен дә ҡабатлана. Аҙна буйы шулай дауам итә. Ниһайәт, хәлдән тайған хужа фирма яҙыуы эшләтеп ала: “4х4=16”. Бик ҡәнәғәт булып өйөнә ҡайта ла машинаһын урынына ҡуя. Кис көнө эскесе машина янына килә, уҡый: “4х4=16”. Кеҫәһенән ҡаҙаҡ сығара ла сый­ғыслай: “Дөрөҫ”.

И. ҠАРАБАШЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: