+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
31 Июль 2022, 15:30

"Большое яйцо"

(Беҙҙең ауылда)Совет заманы. Ауыл халҡының, транспорт булмау сәбәпле, ҡала баҙарына эләгеп-һағып йөрөгән мәле.

"Большое яйцо"
"Большое яйцо"

Шулай бер ваҡыт, һатырын һатып, алырын алып дүрт әхирәт йәйәүләп ҡай­тырға сыға. Күп­ме генә өмөтлән­һәләр ҙә бер нин­дәй ҙә ылау осрамай, ти. Шулай бара торғас, бүрәнә тейәгән йөк машинаһы килгәнен күреп ҡалып туҡтаталар. Шофер, ҡыҫтау булһа ла, барыһын да ултырта. Булған ғына аҡсаларына кәрәкле әйбер алған ҡатындарҙың юл хаҡын түләү өсөн бер тин дә аҡсалары ҡалмаған булған. Араларындағы олораҡ ҡатын бер баш һатылмай ҡалған ҡоротон шоферға сығарып бирә. Урыҫ егете ҡоротто әйләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа:
— Что это? – тип һорай.
Ҡатын аптырап тормай:
— Это, балам, большое яйцо, – тигән, ти.

Розалия ТЕҮӘЛБАЕВА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: