-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
2 Август 2022, 14:00

Витаминдан файҙа юҡ

Бер заман ветеринар клини­каһына бер әбей килеп инде. Ашығыс сығып барғанда ул мине еңемдән тартып туҡтатты.

Витаминдан файҙа юҡ
Витаминдан файҙа юҡ

– Балаҡай, зинһар өсөн ярҙам итегеҙ. Пенсия аҡсама утыҙ өйрәк бәпкәһе алғайным. Хәҙер килеп һуҡыраялар. Аяҡтарына ултырып үлгәндәре лә бихисап.
– Инәй, уларға витамин етешмәй. Беҙҙең дарыухананан тривит тигәнен алып, аҙыҡтарына буташтырып бирегеҙ.
– Ә ни саҡлы бирергә ул вита­минды?
– Әллә ни күп кәрәкмәй. Бер башҡа ике тамсы иҫәбенән.
Әбекәйебеҙ бер аҙнанан тағы килеп еткән.
– Уланым! Витаминдан файҙа юҡ. Бәпкәләремдең яртыһы үлеп бөтөп бара. Инде нимә эшләйем икән? Һәйбәтерәк дарыу юҡмы шунда?
– Инәй, әйтегеҙ әле, витаминды ҡалай итеп бирҙегеҙ?
– Һеҙ әйткәнсә балаҡай, һеҙ әйткәнсә! Һәр бәпкә башына ике тамсы тамыҙҙым. Инде башҡай­ҙа­рында йөндәре ҡойолоп таҙ баш булдылар.
Мине көлөү быуа башланы. Вита­миндың файҙаһыҙ булғанлығы ошо минутта асыҡланды.
– Их, инәй, инәй! Аҙна элек әйт­кәнде ҡолаҡ менән тыңларға ине. Витаминды аҙыҡ боламығына һалыр­ға ҡушҡан инем бит.
– Мин ярты һаңғырау ҙа баһа! Шунан хәтер яғы ла аҡһай.
Эйе, булғылай шул беҙҙең эштә ошондай ҡыҙыҡ хәлдәр, килеп сыҡ­ҡылай.
Дежур табип Суфияны инәйгә эйәртеп ебәрҙем. Оло кешенең ҡал­ған бәпкәләрен ҡотҡарып ҡалырға ине.

Радик ӘХМӘТОВ.

Фото: likar.info

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: