+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
3 Август 2022, 13:00

Сантехник менән министр

Сантехник министр йорто янынан ер участкаһы һатып ала ла төҙөлөш фир­маһына мөрә­жәғәт итә. Уға министр­ҙыҡы кеүек йорт һалып би­рәләр.

Сантехник менән министр
Сантехник менән министр

Сантехник балкондан һөрән­ләй:
– Эй, министр!
– Ни кәрәк?
– Һинең менән сантехник һөйләшә. Һин мине күрә ал­майһыңдыр, бәлки, ләкин беҙ һинең менән тиң, сөнки йорт­тарыбыҙ бер иш.
– Тиң тиһең инде? Булма­йыраҡ торһон әле: һин минең йорттағы йыһаздың ниндәй икәнлеген ҡара!
Сантехник министрҙың йортона инеп, ундағы йыһазды ҡарай. Был уның асыуын кил­терә, үҙенә лә ошондай уҡ йыһаз алдыра. Бер нисә көндән балкондан тағы ла һөрәнләй:
– Эй, министр, инеп сыҡ әле, хәҙер минең йыһазым да һи­неке кеүек, шулай булғас, беҙ тиң.
Министр сантехникка ингәс, ундағы йыһаздың үҙенеке кеүек икәнлеген күрә.
– Беҙ һинең менән барыбер тиң түгел. Һин минең маши­наның ниндәй икәнлеген ҡара!
Шунан ул сантехникты үҙе­нең участкаһына индерә лә, гаражды асып, 600-сө “Мерс”­ты күрһәтә. Сантехник ғәрле­генән сәсен йолҡорға әҙер. Шулай ҙа ул бурысҡа батһа бата, әммә барыбер ошондай уҡ 600-сө “Мерс”лы була. Бал­кондан ғорур ҡиәфәттә һөрән­ләй:
– Эй, министр, мин барыбер һинән яҡшыраҡ!
– Нимә менән?
– Миндә һиндәге кеүек йорт, һиндәге кеүек йыһаз, һиндәге кеүек машина.
– Быларын беләм, ә һин минән нимәң менән яҡшыраҡ һуң?
– Шуның менән: минең күршем – министр, ә һинеке – сантехник!

Й. МАНСУРОВ.

Фото: demiart.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: