+21 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
4 Августа 2022, 06:00

Тылсымлы шәм

Генераль директор, урынба­ҫар һәм баш бухгалтер рес­торан­ға төшкө ашҡа китеп барғанда юлда тылсымлы шәм табып ала.

Тылсымлы шәмТылсымлы шәм
Тылсымлы шәм

Урынбаҫар ышҡып ебәреү менән унан ен килеп сыға:
– Һәр ҡайһығыҙҙың берәр теләген үтәйем!
Урынбаҫар:
– Мин беренсе! Мин беренсе! Канар утрауында ял иткем килә!
Шап! Урынбаҫар күҙҙән юғала.
Баш бухгалтер:
– Ҡала янында үҙемдең кот­теджда йәшәгем килә!
Шап! Ул да күҙҙән юғала.
Ен генераль директорға бо­рола:
– Ә һин нимә теләйһең?
– Ошо ике тиленең төштән һуң минең кабинетта булыуын теләйем.
Һығымта. Һәр ваҡыт түрә­ләргә беренсе булып һүҙ әйтергә ирек бирегеҙ.

Р. ФӘТХИЕВ.

Фото: ilorai.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас