+21 °С
Ясна
Ҡуҙғалып киттек шулай. Әммә теге пакет ҡыштырлауы тынырға ла уйламай бит. Ун минут, егерме, утыҙ минут... Был тауыш, үҙ уйҙарыма сумып, тәҙрәнән тәбиғәтте күҙәтеп барырға ҡамасаулай, улай ғына ла түгел, тамам ен асыуҙарымды сығара башланы.
Нисек кенә әйтергә һуң быларға тип барам. Ҡатын-ҡыҙға һүҙ ҡаттыңмы, сыр-сыу килеп мең һүҙгә етәсәк. Шуға күрә ипләп кенә боролдом да, иренең күҙенә тура ҡарап, тыныс ҡына тауыш менән: “Рәхим итеп әйтмәҫһегеҙме икән, бындай ҡыштырлай торған пакеттар ҡайҙа һатыла ул?” – тип һораным.
Икеһе лә аптырап, шым булдылар. Барып еткәнсе тынлыҡ хөкөм һөрҙө.
Николай ЛАТУШКИН.
http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12279&file=160.htm
Фото: green.reo.ru