+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
11 Август 2022, 15:00

Хыялһыҙ ҡалдырмаҡсылар

Дәүләт Думаһы ултырышы. Депутат тәҡдиме:– Әйҙәгеҙ халыҡтың хыялын тормошҡа ашырайыҡ – эш хаҡын күтәрәйек.Залдан ризаһыҙлыҡ белдерә­ләр:– Һин нимә, халыҡты хыялһыҙ ҡалдырырға теләйһеңме әллә?! ***

Хыялһыҙ ҡалдырмаҡсылар
Хыялһыҙ ҡалдырмаҡсылар

Әгәр һалдат “Эйе” тип әйтә икән, тимәк, был – “Эйе”. Әгәр һалдат “Юҡ” тип әйтә икән, тимәк, был – “Юҡ”. Әгәр һалдат “Бәлки” тип әйтә икән, унан ниндәй һалдат сыҡһын инде?
Әгәр депутат “Эйе” тип әйтә икән, тимәк, был – “Бәлки”. Әгәр депутат “Бәлки” тип әйтә икән, тимәк, был – “Юҡ”. Әгәр депутат “Юҡ” тип әйтә икән, унан ниндәй депутат сыҡһын инде?
***
Бер ир алма ашағас, тостарын кеҫәһенә һалып ҡуя. Быны күргән депутат ҡыҙыҡһына: ни өсөн?
– Һуңынан минән тостарҙы һатып аласаҡтар.
– Бәлки, миңә һатырһың?
– Рәхим ит. Береһе – 90 һум.
Депутат тосто ашап ҡуйғас:
– Мин 90 һумға ике кило алма алған булыр инем! – ти.
– Бына күрәһеңме – шундуҡ аҡылың артты!
– Ысынлап та... Тағы ла унды һат әле.
***
Ике депутат ресторанда дәүләт эштәрен тикшереп ултыра. Ни­һайәт, графиндағы араҡы бөтә. Депутаттарҙың береһе:
– Мәсьәлә ҡаралды. Ултырыш ябыҡ, – ти.
– Официант! Мәсьәләне яңы йөкмәтке менән тултыры­ғыҙ әле.
***
Президент депутаттар ҡара­мағына Конституцияның яңы проектын сығара. Ул ни бары ике статьянан тора:
1. Намыҫлы булырға.
2. Урлашмаҫҡа.
Депутаттар төҙәтеүҙәр инде­рергә кереште...
***
Хөкүмәт хәбәрҙәренән: Думала ике мөҙҙәт ултырған депутаттар өсөн “Закондағы депутат” тигән маҡтаулы исем булдырыла.
***
Мәктәп йылдарында уҡ дуҫ­лаш­ҡан Барый, Әғләм һәм Сәлим үҫкәс ҙур кешегә әйләнгәндәр.
Барый Барый улы – ағас әҙерләү тармағы етәксеһе. Көн дә кис “Москвич”ының багажнигынан камин өсөн утын бушатҡан.
Әғләм Әғләм улы – төҙөлөш участкаһы етәксеһе. Көн дә кис “Волга”һының багажнигынан кирбес һәм цемент бушатҡан.
Сәлим Сәлим улы – ябай депутат ҡына. Шуға күрә “Мерседес”ының багажнигынан, төргәк-төргәк аҡсанан тыш, бер ни ҙә бушатмаған.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: