+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Август 2022, 16:00

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

Уттай бесән өҫтө. Бесәнселәр төшкө ашҡа йыйылғас, һәр кем үҙе менән алып килгән ризығын табынға ҡуя. Мәүлетдин маҡтана-маҡтана: “Абзағыҙ ҡойҡа ашағанда ҡарап ултырығыҙ әле”, – тип һауытын асып ебәрһә, ҡойҡаһы һурпаға әйләнгән.

Беҙҙең ауыл мәҙәктәре
Беҙҙең ауыл мәҙәктәре

Татарстанда йәшәгәндә, йәй етһә, ауылға ҡайта инек. Был юлы ла 13 йыл йөрөгән иҫке “запарай”ҙы һатып, иҫке генә “копейка” алдыҡ та ирем менән ҡуҙғалдыҡ. Йәш саҡ бит, магнитофон аҡыртып киләбеҙ. Артта – Түбән Камаға ҡыҙына барыусы Марҙан ҡоҙа. Ара алыҫ – биш-алты сәғәтлек юл. Бер мәл ҡоҙаның: “Ҡәһәр һуҡҡыры, мең ҡат ҡабатлай бер һүҙҙе!” – тигәненә әйләнеп ҡараһам, ҡолағы янында ғына аҡыра икән музыка.
Хәҙер күп һөйләгән кешегә: “Ҡә­һәр һуҡҡыры, мең ҡат ҡабатлама”, – тип көләбеҙ.
***
Реклама. Арҡаһына алма ҡаҙаған терпе китеп бара. Күршем телеви­зорҙан айырылып ишек төбөнә барып етеүгә, терпенән: “Куда пошел?” – тип һорайҙар, ә күршем: “В туалет”, – тип сығып китә.
***
Ауылыбыҙҙа Басир бабай менән Шәмсинур әбей бар ине. Бик матур итеп донъя көттөләр. Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Улар ҡартайыуға ғына колорадо ҡуңыҙы килеп сыҡты, ҡәһәрең. Йыйып та ҡарайҙар, һис бөтмәй. Кис икәүләп арҡан һөйрәп баҡсаны буйлап сығалар. “Ниңә улайтаһығыҙ?” – тип һорағас, бабай: “Ҡуңыҙҙарҙы йығып төшөрәбеҙ, һабаҡҡа кире менеп еткәнсе ашар хәлдәре ҡалмай, унан йоҡлар ваҡыттары етә, иртән йыябыҙ”, – ти икән.
Бәрәңгеләре күп була, ағыу ҙа һипмәйҙәр. “Нисек үҫтерҙегеҙ?” – тигәс, Басир бабай: “Минең ГШМ шәп эшләй бит”, – тигән. “Уныһы нимә һуң?” – тип белешкәс: “Ҡар­сығым Шәмсинур (фамилияһы, исеме, атаһының исеменең баш хәрефтәре)”, – тигән.

Рәсимә МОСТАФИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: