+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
17 Август 2022, 16:00

Маршруткала

Юҡҡа өмөтләнмәМаршруткала китеп барам. Ике-өс пакет тотоп мөләйем ҡыҙ инде. Буш урындар юҡ, төшөргә лә йыйынмайҙар, интегеп бар­маһын тип, урынымды бушаттым.

Маршруткала
Маршруткала

бушаттым. Ул ултырыу менән:
– Юҡҡа өмөтләнмә, мин маршруткала йөрөгән егеттәр менән танышмайым, – тимә­һенме!
Бындай уй башыма ла инеп сыҡ­мағайны, юғиһә. Хәтерем ҡалды. Телемә ни килә, шуны әйттем:
– Улайһа, урынды бушат!
Маршруткалағы халыҡ оҙаҡ көлөштө...

Урыныңды бир!

Урамда ҡойоп ямғыр яуа. Йәй булһа ла, көн һалҡынса. Ярай әле, трамвай оҙаҡ көт­төрмәне. Бөр­шәйеп кенә тәҙ­рә янына барып ултырҙым. Яңғыҙым. Ике туҡталыштан һуң бер әбей пәйҙә булды. Ти­рә-яғына ҡаранды. Мине күргәс, күптән күрешмәгән танышын осратҡандай, ауыҙын йырып, яныма яҡынлашты. Һөй­ләшкем килмәгәнлектән, башымды тәҙрәгә борҙом. Әбей эргәмә килеп баҫты ла өлкәндәрҙе ихтирам итмәү тураһында өгөт-нәсихәт уҡырға тотондо.
– Минән һеҙгә ни кәрәк?
– Урыныңды бир!
– Әллә аҡылдан шашты­ғыҙмы? Трамвай буш! Ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда ултыры­ғыҙ!
– Ә һинең урын йылынған!

Өйҙә йәшәйем

Иртәнге яҡта маршруткала һәр ваҡыттағыса буш урындар булмай. Бер ир икенсеһенең улын алдына алды. Күпмелер барғас, һораша башланы:
– Исемең кем?
– Илдар.
– Нисә йәш?
– Өс.
– Ҡайҙа йәшәйһең?
Малай һорауға һорау менән яуап бирҙе:
– Ә һин?
Ир йорттарының ҡайҙа икән­леге хаҡында ентекләп һөй­ләргә тотондо. Бөтә туҡта­лыштарҙы әйтеп сыҡты, урам­дағы магазин­дарҙы, аптека­ларҙы, ресторан-ашханалар­ҙы ла атарға онотманы.
– Мин үҙемдең ҡайҙа йә­шәгән­легемде аңлаттым. Хә­ҙер һин әйт инде.
– Ә мин өйҙә йәшәйем!
Пассажирҙар рәхәтләнеп көл­дө...

И. РӨСТӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: