+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
21 Август , 16:00

Көләмәстәр

Ҡустыһы зарлана: – Ағай, беләктәремде, елкәмде серәкәй, күгәүен талап бөтөрҙө!– Хәҙер ҡайтып етәбеҙ. Ҡыу атты, ҡыу! Йәлләмә. – Һиңә рәхәт, һин фуфайка бөркәнеп яттың да ҡуйҙың... – Дилбегәне үҙең һораның бит... ***  

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Ейәне олатаһынан һорай:
– Олатай, элек, һин бәләкәй саҡта, үләндәр ҡап-ҡара инеме?
– Юҡ, улым, йәшел ине.
– Ә ниңә фотоһүрәттәреңдә ҡара?
– Беҙҙең бәләкәй саҡта фотолар төҫлө булманы.
– Ҡайһылай күңелһеҙ булған икән һеҙгә, “Майнкрафт” уйнауы...
–...

***

Ҡыҙы әсәһенән һорай:
– Әсәй, ҡасан туҡтайбыҙ?
– Ана, атайың машинаһын ҡасан туҡтата, шунда.
– Атай! – атаһына өндәшә.
– Мине руль артында әүрәтмәгеҙ! Йоҡла, йоҡла, ҡыҙым.
– Йоҡом килмәй...
Бер минуттан ҡыҙыҡай уҡшый, эш олоға китә. Атаһы машинаһын юл ситенә туҡтата һәм ҡыҙын тиргәй:
– Туҡтайыҡ, тип әйтһәң, булмаймы?
– Үҙең, руль артында әүрәтмәгеҙ, тинең бит, – тип илаулай ҡыҙы.

***

Ике әсәй һөйләшә:
– Һинең ҡыҙың быйыл мәктәпкә бара бит әле? Әҙерһегеҙме?
– Бара шул, әҙерләнеп йөрөлә: машинаны яңырттым, ҡыҙыма ҡыйбатлы телефон алып бирҙем...
– Дә, замана...
– Һинең улың да мәктәпкә бара түгелме?
– Эйе, яңы машина, смартфон алдым, хәҙер уның йоҡо бүлмәһенә ҙурыраҡ өҫтәл һатып алып ултыртырға ҡалды.
– Уныһы нимәгә тағы?
– Видео-бәйләнеш аша уҡыһалар, кәрәк, ти бит...
– Бәләкәй өҫтәлегеҙ бармаймы?
– Тар булыр ул.
– Ни эшләп тар булһын, етә ул...
– Аҫтында ултырғанда, үҙемә тар булыр, тим...

Илгиз БУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в