

– Был нимә? – ти икән ҡарт, – алтын балыҡ булырға тейеш ине бит.
– Дөрөҫ, – тигән суртан, – беҙ тик алтын балыҡ менән баҙарҙың бер бүлегендә оҙаҡ эшләнек. Һәм күптән түгел генә директорҙар кәңәшмәһе тарафынан бер предприятиены икенсеһенең эсенә индерергә тигән ҡарар сығарылды. Шулай тигән дә, ҡарҡ кикереп ҡуйған, ти, суртан.
ТАУЫШҺЫҘ РУСАЛКА
Русалканың ергә сығып йәшәргә теләгәнен беләһегеҙ бит инде. Шулай бер көн, ул сихырсыға килә лә, әйтә икән:
– Минең йырсы булғым килә, зинһар, ярҙам ит.
– Шартын беләһең: тауышыңды алам, – тигән сихырсы.
– Мин риза, – тип, тауышын биргән, ти, Русалка.
– Ҡара уны, йырсы булып китә алмаһаң, һыуҙың күбеге генә булып ҡалырһың! – тип янаған уға мәскәй.
Тауышһыҙ ҡалған бахыр ҡыҙ яр ситендәге күбек булып ҡалған тиһегеҙме? Булмай торһон! Бөгөн дә сәхнәнән төшмәй йырлап йөрөй. Быныһы инде әкиәт түгел, ә беҙҙең эстрада хәле.
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.