

Нисә йыл йөрөп, бындай табышҡа тәүге тапҡыр юлығыуыбыҙ.
Юлда ҡайһылыр ауылға ҡайтып барыусы ҡыҙҙы ултыртып алдыҡ. Әллә ни күп тә барманыҡ, балыҡ туларға тотондо, шап та шоп килә.
– Үлмәнеме икән ни? – тим дуҫыма.
Юлдашыбыҙҙың күҙҙәре түңәрәкләнде. Етмәһә, балыҡ тағы ла тулап ҡуйҙы. Дуҫым:
– Юҡтыр, күрәһең... – тигәс, теге ҡалтыранып боҫа төштө.
Балыҡты “тынысландырыу” өсөн туҡтау менән, ишек асылды. Ҡыҙ ергә һикерҙе! Осло күтәрмәле туфли кейеп йүгергәндәрен бығаса күргәнем юҡ ине әле.
И. САБИРОВ.