

– Машинамда китеп бара инем. Канауҙа ат ятҡанын күреп ҡалдым. Арба түңкәрелгән, аҫтында – бер ир. Уларға канауҙан сығырға ярҙамлаштым. Ир шатлығынан миңә рәхмәт яуҙыра башланы! Һинең өсөн нимә теләйһең, шуны эшләйем, ти. Теләйһеңме, атымды бүләк итәм, ти. Туғанҡайым, мин етенсе ҡатта йәшәйем бит, тим. Теге һаман тыныслана алмай, ҡыҙымды һиңә кейәүгә бирәм, ти. Ә мин ғаиләлемен, тим. Шунда ул, минең менән бергә эсеүҙән дә баш тартаһыңмы, ти. Өсөнсө тапҡыр баш тартырға ҡыйманым...
Ҡасан осрашабыҙ?
Ирем менән серҙәребеҙ уртаҡ. Шуға күрә бер-беребеҙҙең кеҫә телефонына яуап биреү – беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш.
Смска килде: “Һөйөклөм, һағындым. Ҡасан осрашабыҙ?” Асыуым алҡымыма тығылһа ла, иремә әйтмәнем. Үҙем яуап яҙҙым, осрашырға тәҡдим иттем. Осраштыҡ, теге ҡатын мине мыҫҡыл итте. Әрләшә белмәгәс, ауыҙ асып һүҙ әйтә алманым.
Өйгә ҡайтҡанда ирем сығып китергә тора ине.
– Ҡайҙа йыйындың?
– Кисә мунсала дуҫым менән телефондарыбыҙҙы бутағанбыҙ, алмаштырырға барам.
Көлөштөк тә һуң! Ләкин дуҫының һөйәркәһе уның менән араһын өҙгән. Ул ни өсөн икәнен барыбер белмәне. Был хәл миңә, иремә һәм иремдең дуҫының ҡатынына ғына билдәле.
И. МОРАТШИНА.