

Кемдер һөт һемерә, кемдер тоҙло ҡыяр кимерә. Тағы ла икәү инә. Хәлдәре хөрт. Оҙаҡ ҡына кеҫәләрен аҡтаралар, күрәһең, аҡсалары ҡыярға ла етмәй. Юлын барыбер табалар. Буфетсынан ике стакан тоҙлама һорайҙар. Егеттәр күҙ асып йомғансы стакандарҙы бушатып ҡуя. Йөҙҙәре яҡтырып китә.
– Беҙ күпме тейеш? – тип һорай улар, аҡса түләргә йыйынып.
– Беҙҙә медицина түләүһеҙ! – тип ғорур яуаплай буфетсы.
Роберт
Розаға ҡунаҡта бәсәй балаһы бүләк итәләр. Бик матур булғанлыҡтан, ул баш тарта алмай. Шуныһы ғына күңелен ҡыра: ата-әсәһе нисек ҡарар? Шунда уҡ исемен дә таба: Роберт.
Өйгә ҡайтҡанда ата-әсәһе йоҡлаған була. Ишекте әсәһе аса. Карауатта ятҡан атаһы: “Таныш бул, әсәй, Роберт”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетә.
Әсә менән ҡыҙ аш бүлмәһендә һөйләшеп ултырғанда, йөҙө ҡояштай балҡыған, галстуклап костюм кейгән ата килеп инә. Ҡулында – шампан шешәһе!
Танышыу
Ҡатыным менән нисек танышҡанымды һаман онота алмайым. Медицина комиссияһы үткәндә ишетеү һәләтен тикшереү өсөн лор-кабинетҡа индем. Һөйкөмлө генә ҡыҙ мине мөйөшкә баҫтырғас, беҙҙең арала бышылдап ошондай һөйләшеү булды:
Ул: “54”. Мин: “54”. Ул: 72”. Мин: “72”. Ул: “92”. Мин: “92”. Ул: “Кис көнө шылтыратырһың”.
М. ФӘРУҠШИН.