+11 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
28 Августа 2022, 10:00

Замана әкиәттәре

БАТША МЕНӘН БАТШАБИКӘ Борон-борон заманда иҫ киткес бер һарайҙа батша менән батшабикә йәшәгән, ти. Бик матур йәшәгәндәр, тик балалары ғына булмаған. Һәм әйтә икән бер көн батша:

Замана әкиәттәреЗамана әкиәттәре
Замана әкиәттәре

– Әбей, йоморо икмәк булһа ла бешерәһеңме әллә?
– Һин нимә? Мин һиңә икмәк бешереүсеме әллә? – ти икән батшабикә.
– Бына һин нисекһең? Ә мин һине һыңар туфли менән Ҡоромбикә көйөнсә генә алдым, кейендерҙем-яһандырҙым, кеше араһына сығарҙым... – тип талашып киткәндәр ҙә, һаманға тиклем ирешәләр, ти.

ИЛЬИЧ ЛАМПАҺЫ ҺӘМ АЛЛАДИН ШӘМЕ

Борон-борон заманда, тап ана шул һеҙ белгән әкиәттә, Алладин атлы егет мәмерйәлә еҙ шәм табып алған, ти. Шәмдең саңын һөртәйем тип һыпырыуы була, Ен осоп килеп тә сыҡҡан һәм, тап ана шулай булғанса, әйткән, ти:
– Һин мине ҡотҡарҙың, бар теләктәреңде лә үтәйем! Ә Алладин, аптырап тормаған бит инде, беләһегеҙ, ул һарай һораһынмы, ул солтан ҡыҙын алһынмы, ул осоусы келәмгә ултырһынмы, ул йылғаларҙы кире борһонмо... Шунан алып Алладин байлыҡ-муллыҡта сумып йәшәп алып киткән, ти. Саҡ ҡына бер проблема булһа, шәмде ышҡый ҙа Енде саҡыра икән. Һәм бер ваҡыт, был ҡайҙалыр эш менән киткәндә, урамда бер әҙәм үтеп бара, ти, үҙе ҡысҡыра икән:
– Иҫке шәмдәрҙе Ильич лапмаһына алмаштырам!
Алладиндың ҡатыны быны ишетеп, иҫке шәмде алып сыҡҡан да яңыға алмаштырған. Һуңынан ире ҡайтып әлеге лампаны күпме генә ышҡыһа ла Ен күренмәгән, теләктәрен үтәмәгән. Шулай итеп техник прогресс боронғо мөғжизәне юҡҡа сығарған.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас