

Яңыраҡ кеҫә телефонынан шылтыратты.
– Сәләм!
– Сәләм!
– Ҡара әле, әгәр мин урам саты буйлап барһам, йәшел утҡа үтеп китһәм, шунда ҡапыл ҡыҙыл янһа, ә мине үткәреп ебәрмәһәләр, юл уртаһында тороп ҡалһам, барыһына ла юлды бикләһәм, шунда уҡ ҙур тығын барлыҡҡа килһә, мин ғәйепле буламмы әллә башҡа берәйһеме? Бындай осраҡта ни эшләргә?
– Ни... һин юл сатын үтеп китергә хаҡлыһың, йәғни үткәреп ебәрергә тейештәр.
– Тиҙерәк һөйлә, әтеү улар мине уратып алғандар ҙа туҡтауһыҙ сигнал бирәләр!
– Аңламаным... Һин әле юл сатында тораһыңмы ни?!
– Эйе!
Машинаны уратып алған шоферҙарҙың ҡиәфәтен күҙ алдыма килтерҙем: танышым пик сәғәтендә юлдың ҡап уртаһында тора һәм кеҫә телефонынан тыныс ҡына һөйләшә.
Ғ. ИЛЬЯСОВ.