

Шулай бер саҡ уйнап ултырған ерҙән беҙҙе ашарға саҡырҙылар. Ала үгеҙҙе һуйған йыл ине. Өйҙә икмәк һала торған ҙур мейестән йылы бөркөлә. Әсәйем мейескә ҡарап алды ла:
– Ҡарт, ашап алғас, мейес ҡыҙыу саҡта, тиҙ генә Алмастың башын өтөп алайыҡ, – тине лә тәрилкәһенә эйелде.
– Ярар, – тине атайым, – шунан келәттәге ырғаҡҡа элеп ҡуйырмын.
Ошо саҡ эргәмдәге танауын тарта-тарта аш ашап ултырған дуҫым ҡалағын “шап” иттереп өҫтәлгә ырғытты ла, бейек ултырғыстан йәлп итеп шыуып иҙәнгә төштө. Етеҙ генә быймаларын эләктереп кейеп алды. Шул ҡыҙыулыҡ менән, бүрек, бишмәтен дә алып тормай, урамға атылды. Тәҙрәнән йомро ғына, итләс кәүҙәле малайҙың үҙҙәре яғына табан елдергәне генә күренеп ҡалды.
– Бәй, һәйбәт кенә ултыра ине, был балаға ни булды? – тип аптырашты ололар. Мин дә аңламаным.
Күпмелер ваҡыт үткәс, атайым бот сабып көлөргә тотондо.
– Ғәҡифә, – тине ул. – Мортазаның малайы Алмас бит!
Инде әсәйем көлөргә тотондо. Мин дә төшөндөм. Мортаза улы Алмас – минең ҡушаға исеме, ә әле итен ашап ултырған ала үгеҙ ҙә Алмас исемле ине.
Шул хәлдән һуң малға башҡаса кеше исеме ҡушмаҫ булдылар.
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.
Фото: ru.dreamstime.com