+24 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
8 Сентября 2022, 13:30

Ҡайҙа ғәҙеллек?

Ҡатыным менән баҡсала картуф ултыр­табыҙ. Эргә­беҙҙә, ҡояштан күҙен ҡыҫып, бураҙнала бесәйебеҙ ята. Көтмәгәндә ел әллә ҡайҙан ҡап-ҡара болоттар ҡыуып алып килде лә, һалҡын ямғыр тамсылары тама башланы.

Ҡайҙа ғәҙеллек?Ҡайҙа ғәҙеллек?
Ҡайҙа ғәҙеллек?

Быны көтмәгән бесәйебеҙ шунда уҡ тора һалып өйгә ашыҡты.
– Ниндәй аҡыллы бесәй, – тине ҡатыным, күңеле йом­шарып, – ямғыр яуа башлау менән өйгә инеп китте.
– Беҙ ҙә эште туҡтатып торайыҡ, – тим ҡатыныма, – юғиһә еүешләнәбеҙ.
– Шәкәр түгелһең, иремәҫһең. Баҡсанан тайыу яғын ғына ҡарайһың. Хөрәсән ялҡауы. Эшләүеңде бел, ямғыр тиҙҙән туҡтаясаҡ: ана, ел болоттарҙы таратырға тотондо ла инде.
Ҡатын-ҡыҙҙың логикаһы таң ҡалырлыҡ: йөнтәҫ әрәмтамаҡ ямғырҙан ҡасһа – аҡыллы бесәй! Әгәр ир-ат ошоно уҡ эшләргә теләһә – ул ялҡау һәм эшлекһеҙ!
Ҡайҙа бында ғәҙеллек?

Ә. ШӘҒӘЛИЕВ.

Автор:
Читайте нас