

Инеш музыка уйнай, йырсы соло-гитарасы янына ашыға:
– Ҡара әле, йырҙың һүҙҙәрен оноттом. Иҫкә төшөр әле, ә?!
– Һин нимә? Хәтерләмәйем. Мин гитара сиртәм...
Бас-гитарасы янына бара:
– Йырҙың тәүге һүҙҙәрен булһа ла әйтеп ебәр әле! Хурлыҡҡа ҡалабыҙ бит!
– Мин, ғөмүмән, һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмайым. Ритмды хәтеремдә ҡалдырам да, уйнайым да уйнайым...
Барабансыға мөрәжәғәт итә:
– Һүҙҙәрҙе иҫемә төшөрә алмайым.
Барабансы барабан ҡаға-ҡаға:
– Ә ниндәй йыр?
Р. ИШБУЛДИН.
Фото: ru.dreamstime.com