+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
22 Сентябрь , 14:00

Йылмайып-көлөп кенә

Бер үтә һаран кеше өйөнә тыны бөтөп килеп инә. Ҡатыны унан:– Нишләп шул тиклем арығанһың? – тип һорай.– Ҡайтҡанда, туғыҙ һум аҡса кеҫәмдә ҡалһын тип, трамвайға ултырмай артынан йүгергәйнем, – ти тегеһе.– Ахмаҡ һин! – ти икән ҡатыны. – Трамвай артынан йүгергәнсе, ниңә такси артынан йүгермәнең? Йөҙ һум аҡсаң яныңда ҡалыр ине бит! ***

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә
Фирма хужаһы эш эҙләп килеүсенән һорай:
– Документтарығыҙҙан күренеүенсә, һеҙ һуңғы йылда 14 тапҡыр эш урынын алмаштырғанһығыҙ!
– Эйе, мине һәр кем үҙенә йолҡоп алырға ғына тора…

* * *
Өс малай бәхәсләшә: кемдәрҙең өйө ҙурыраҡ?!
– Беҙҙеке! – ти береһе. – Беҙҙең өйгә өс “Жигули” ыһ та итмәй һыя!
– Хи, ә беҙҙекенә өс танк индерергә була! – ти икенсеһе.
Өсөнсөһө бер аҙ уйланып торған да былай тигән:
– Кисә атай түр яҡта гәзит уҡып ултырғанда миңә былай ти: “Улым, аш бүлмәһендә нимәлер безелдәй, форточканы асып, шул себенде сығарып ебәр әле!” Мин мотоциклыма менеп атландым да елдерҙем. Ике сәғәттән барып етеп ҡараһам… Форточканан ТУ-134 самолеты осоп кергән дә, сыға алмай, люстра тирәһендә әйләнеп йөрөй икән…

* * *
Ире өйгә яңы телевизор алып ҡайта. Ҡатыны:
– Был телевизорҙың ҡатырғаһына нимәгә рюмка яһалған? – ти.
– Йыуырға кәрәк тигән…

* * *
Океанда теплоход бәләкәй генә утрау эргәһенән үтеп бара. Яр буйында оҙон һаҡаллы ир ҡулын болғай-болғай ниҙер ҡысҡырып ҡала.
– Кем ул унда, белгән кешегеҙме әллә? – тип һорай пассажир капитандан.
– Юҡ, – тип яуап бирә тегеһе, – ләкин беҙ үтеп киткән һайын ул алйот һымаҡ ҡылана.

* * *
Колхоз йыйылышында:
– Былтыр 50 гектар сөгөлдөрҙө ҡуңыҙ ашап бөткәйне. Быйыл уны 100 гектар майҙанға сәстек – уныһын да юҡ итте. Киләһе йылға 300 гектар сәсәбеҙ – боғаҙы тығылһын!

* * *
Электричкала берәү бик әҫәрләнеп ниндәйҙер китап уҡый – ахылдай, телен шартлата, ҡысҡырып ала:
– Бына һиңә мә! Кисә үлһәм, бөгөн белмәй ҡалыр инем! Булмаҫ!
Вагондағы халыҡ түҙмәй, уның нимә уҡығаны менән ҡыҙыҡһына.
– Орфография һүҙлеге! – тип яуап бирә пассажир.

* * *
Вәли мәктәптән ҡайта.
– Көндәлегеңде күрһәт, – ти әсәһе.
– Мин уны Ғәлиәгә биреп торҙом.
– Ниңә?
– Ата-әсәһен ҡурҡытыр өсөн.

* * *
Бер әбей хәрби комиссариатҡа килә.
– Миңә партизан миҙалына ярашлы ташламалар бирегеҙ.
– Һеҙ партизан инегеҙме әллә?
– Юҡ, әммә мин һуғыш ваҡытында партизандарға ит, май, икмәк, һөт ташыным.
– Эйе, яугирҙе ашатмаһаң, һуғыша алмай шул.
– Мин дә шулай тим бит инде. Меҫкенкәйҙәрем, мин ашарға алып килһәм, эргәмдә “данке, данке” тип кенә торорҙар ине.

 

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в