– Нимә, әсәйең бирҙеме? Һин ялҡауҙы аҙҙырып…
– Бирмәне, – ти, хихылдап көлөп.
– Берәйһенең кеҫәһен һәрмәгәнһеңдер?
Малай, көлөүенән туҡтап, миңә ғәжәпләнеп ҡараны.
– Ты что, пап? Үҙең әйткән инең бит, что хәҙер башың булһа, урламайынса ла байырға мөмкин, так что, аҡса ерҙә аунап ята, уны һепереп ала белергә генә надо научиться.
Ыcынлап, күҙен дә йоммай минең һүҙҙәрҙе ҡабатлай, шельма!
– Һепереп алдыңмы инде? Ҡайҙа һибеп ташлағандар аҡсаны?
– Мәктәп ихатаһына… Директор беҙҙең класс малайҙарына ҡойма буярға ҡушты. Завхоз квадрат метрына икешәр йөҙ грамм иҫәбенән ҡырҡ килограмм краска бирҙе. Староста мин булғас, билдәле инде, минең исемгә яҙҙы. Ә мин буяуҙы растворитель менән нығыраҡ шыйыҡлатып буяттым да, уның егeрме килограмын янда ҡалдырҙым, арзанға ҡыҙыҡҡан бер кешенe таптым. Всё понятно?
– Понятнолыҡҡа понятно ла ул. Был шул уҡ бурлыҡ булмаймы ни?
– Нишләп бурлыҡ булһын, пап! Вазифанан файҙаланыу ғына! Һин eтәкләгән «Дурремонт»та…
– «Дурремонт» түгел, «Дорремонт», малай аҡтығы!
– Один черт! Бына шунда ун соҡор ямайһығыҙ ҙа, ә йөҙгә отчeт бирәһегеҙ. Экономияланған асфальтығыҙ ҡайҙа оса?
Ауыҙымды япты мөртәт малай. Мөртәт булһа ла, барыбер башлы бит. Һигеҙенсе класта ғына бит әле…
Берҙән-бер көндө «скутер» тип ауыҙ асты был. Мин өйөмдәге финанс министрына мөрәжәғәт иттем.
– Әсәһе, давай, алып бирәйек. Күҙ ҡарабыҙҙай улыбыҙҙың аяҡтарын һаҡлайыҡ. Әйҙә, атҡа атланып йөрөһөн…
– Күпме? – ти хәләл ефетем.
– Күп түгел, егерме биш кенә мең! – ти малай.
Бисәнең йөҙө йыйырсыҡланғанын күреп, мин:
– Йә, йә һаранланма, мин аҡсаны оҫта табам, һин теүәл ябаһың, – тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙым.
Алып ҡайтты был әлеге шайтан арбаһын.
– Во, пап! – ти. – Умеют чукчи современную технику делать!
– Чукчалар түгел, япондар…
– Не один ли чурт. Тегеләренең дә, быларының да күҙҙәре ҡыҫыҡ.
Шул саҡ күҙем мопедының рамына йәбештерелгән бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгенә төштө.
– Туҡтале, туҡта, малай аҡтығы, бында бит егерме мең, тип яҙылған, ә һин?
Малайым, кеҫәһенән биш меңлек сығарып, моронома төрттө.
– Ә быныһы, пап, һиңә откат. За посредничество…
Бына шул баланы булдыҡлы тимәй, тағы ни тиһең инде. Әле һигеҙенселә генә уҡый бит. Ун берҙе бөтһә, вузға керһә?! «Губернатор, унан президент булам, – ти. – Байлыҡҡа ғына күмелеп йәшәйем, – ти. – Үлгәс тә мине ябай зыяратҡа түгел, «новый» урыҫтарҙың ҡыҙҙарын күмә торған кладбищеға күмәсәктәр, баш осома һәйкәл ҡуясаҡтар», – ти.
– Һиңә үлергә иртәрәк бит әле. Ул ниндәй зыярат тағы?..
– Һуң, Новодевичье кладбищеһы инде! Әллә булмаҫ тиһеңме?!
Булыр. Губернаторҙар ҙа мөгөҙлө әҙәмдәр түгел… президенттар ҙа… Булһа, дәдәгеҙ бер килделе-киттеле «Дурр…», әй, «Дорремонт» атлы ойошманың эстән әрһеҙ булһа ла, тыштан тыйнаҡ ҡына түрәһе булып ултырмаҫ ине.