+13 °С
Дождь
Туҡтауһыҙ көләм
23 Сентября 2022, 13:30

Көләмәстәр

Кер йыуып ултырҙым да илап ебәрҙем. Сөнки хатта ойоҡтарҙың пары бар. ***

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

«Ҡурай - башҡорт халыҡ ҡоралы. Тимәк, тартыу минең ҡанда», - тигән дәлил атай ҡайышынан ҡотҡарманы.
***

Һайлауҙарҙан һуң һорап ҡаң­ғырттылар: «Кемде һайланың? Кемгә тауыш бирҙең?” Кемде-кемде? Пу­тиндың һайлауҙарында Путинды һайлайһың инде!

***
Туйҙан һуң күп ҡатындар һимерә, тиҙәр. Был стереотипты боҙор өсөн мин хәҙерҙән үк һимерә башланым.

***
Өйгә кейәү алып ҡайттым. Ә әсәй уға төндә ҡасырға ярҙам иткән...

***
Реклама:
– Нишләп?
– Тешләп!
– Нимәгә?
– Һин һораһын тип!
– Шунан?
– Ултырған да шыуған!
– Беләм.
– Беләгеңә эләм!
Башҡортса бәхәсләшеү клубына саҡырабыҙ!

***
Үҙ яртыһын тапҡан кеше бәхетле! Сөнки бахмурҙан башы ярылып килә ине.

***
Мәҡәлдәргә ышанған ғаилә “айы­рылғанды айыу ашар” тип, һаман айырылыша алмай йәшәй.

***
Беҙҙең районда кешеләр оптимист! Юҡ нәмәлә лә яҡшыны таба беләбеҙ: ҡалаға алыҫ — тәбиғәт яратабыҙ; юлдар насар — Элвин Грей килеп концерт ҡуймай; эш юҡ — эш хаҡы әҙ тип ҡайғырмайбыҙ. Район түгел, ә бәхет иле!

***
— Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң?
— Машинамды ҡуйҙым.
— Һинең машинаң юҡ та ул!
— Фантазиям бар бит!

*
Сәйәси шаяртыу: һыйырымдың исеме — Хөкүмәт. Иртәле-кисле Хөкүмәтте һауып йәшәйем.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас