+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
25 Сентябрь 2022, 14:00

Дипломатлы ағай

Беҙгә ҡәрҙәшебеҙ – атайымдың ағаһы килде. Майор формаһында. Әллә ике туған, әллә өс туған – хәтеремдә ҡалмаған, сөнки ул саҡта беҙ ҡустыбыҙ менән бәләкәй инек әле.

Дипломатлы ағай
Дипломатлы ағай

Шуныһы ғәжәпләндерҙе: ул дипломатынан бер секундҡа ла айырылманы. Почтальон Печкин мультигындағы һымаҡ. Дөрөҫ, Печкинда – посылка, ә уныҡы – дипломат. Уны хатта бәҙрәфкә лә, ван­ныйға ла үҙе менән алды.
– Ниңә дипломатты гел үҙегеҙ менән йөрөтәһегеҙ? – тип һораным унан иртән сәй эскәндә. Уның өсөн әсәйем яуап бирҙе:
– Дипломатта йәшерен хәрби документтар, уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай.
– Улай түгел! Морат ағай иномарка һатып алырға килгән. Телефондан һөй­ләшкәнен үҙем ишеттем. Ә дипломатта аҡса, беҙ уны урлар тип ҡурҡа, шуға күрә ҡулынан ысҡындырмай. – Мин уның аяҡ аҫтындағы дипломатҡа ымланым. Өҫтәл артындағыларҙың барыһы ла ҡыҙарҙы, ҡустым менән минән башҡалар.
Кискә Морат ағай ҡунаҡханаға күсен­гәйне инде. Шуныһын да өҫтәргә кәрәк, илебеҙҙең икенсе башынан килһә лә, ул беҙгә күстәнәскә бер кәнфит тә тотторманы. Уның ҡарауы, бер үҙе өс кеше урынына ашаны, эсте. Атайым менән әсәйем беҙгә асыуланманы, еңел һуланылар ғына.

Ғ. ШАКИРОВ.

Иҫәр

Магазин. Ҡыҙ:
– Әсәй, туңдырма ашағым килә!
Әсәһе:
– Хәҙер һыуыҡ, ярамай. Йәй көнө генә. Әле иҫәрҙәр генә ашай.
Ҡыҙ:
– Ә ул ашай бит! – Ҡулымдағы туң­дыр­маға төртөп күрһәтә. Мин:
– Мин иҫәр.
Әсәһе хуплап миңә баш ҡаға.

Ғәҙеллек

Донъяла ғәҙеллек юҡлығын ун йәшемдә белдем.
Әсәйем бер ваҡыт аш урынына ниндәйҙер боламыҡ бешерҙе, аҙыҡ-түлек боҙоҡ булды шикелле. Илауыма, был ағыу, тип ышандырырға тырышыуыма ҡарамаҫтан, бер тәрилкә ашарға мәжбүр итте, ә бәләкәй ҡустыма ярты тәрилкәне ҡалаҡлап ашатты.
Ниһайәт, балаларҙың тамағы туҡ. Ул тәрилкәгә үҙенә аш һалды, тәмләп ҡараны. “Был нимә булды һуң әле?!” – тигән һүҙҙәр менән тәрилкәһендәге һәм кәстрүлдәге ҡалған ашты түкте.
Донъяла тәртип юҡ, быға әсәйем бешергән аш дәлил.

Ҡотлау

Дуҫымдың тыуған көнөндә булдым. Улы атаһын ҡотлағанда былай тине:
– Атай, мин һинең бик күп аҡса эшләүеңде, үҙеңә машина һәм ҙур фатир һатып алыуыңды, мин үҫкәс, быларҙың береһен дә миңә һатып алырға тура килмәүен теләйем!
Малайға алты йәш.

Ғ. ИЛНУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: