+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
25 Сентябрь 2022, 11:00

Кем унда?

(Испан әкиәте) Борон-борон заманда бер ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Өйө урман янында торған. Ул урмандан сыбыҡ-сабыҡ йыйып ауылға ташыған. Шуның менән тамағын туйҙырған. Яңғыҙ йәшәгән, яуыз кешеләрҙән ҡурҡҡан, төнгөлөккә ишек-тәҙрәләрҙе нығытып бикләгән.

Кем унда?
Кем унда?

Бер мәл төндә көслө ямғыр яуған. Күк күкрәүҙән өй дер һелкенгән. Ә ҡарсыҡ ут янында йылынып ултырған.
Көтмәгәндә кемдер ныҡ итеп ишек шаҡыған. Ҡарсыҡ ҡурҡҡан, һикереп торған.
– Кем унда?
Тыштан:
– Зинһар, асығыҙ әле, – тигәндәр. – Мин урманда аҙаштым, ямғыр аҫтында лысма һыу булдым, ҡунып сығырға, йылынырға индерегеҙ.
– Ә һин кем булаһың?
– Хосе.
Әбей һаңғырауыраҡ булған. Ул тағы ла һораған:
– Кем тиһең?
Юлсы тулы исемемде һорай икән тип уйлаған. Ул бар көсөнә өҙә ҡысҡырған:
– Хосе-Антонио-Андрес-Хесус-Фернандес!*
Ҡарсыҡ быны ишеткәс тағы ла нығыраҡ ҡурҡҡан:
– Юҡ инде, ҡәҙерлем, ҡайҙан килдең шунда кит, – тигән. – Минең өйөмдә барығыҙға ла урын етмәҫ.
Ҡарсыҡ улар бишәү икән тип уйлаған.

*Испандарҙың тулы исеме үҙенекенән генә түгел, әсәһенең һәм атаһының исемдәренән тора.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: