+24 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
30 Сентября 2022, 13:30

Бомба

Баҫыуҙа Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарындағы шартламаған немец авиабомбаһы табыла. Ауыл хакимиәте башлығы ҡалаға шылтыратып, хәлде аңлатып бирә. ***

БомбаБомба
Бомба

“Бомба янына бер кемде лә яҡын ебәрмәгеҙ, иртән саперҙар килер, барыһын да эшләрҙәр”, – тиҙәр ҡаланан. Хакимиәт башлығы участко­выйҙы саҡырта.
– Роман, бомба өсөн башың менән яуап бирәсәкһең!
Иртән хакимиәт башлығы кабинетына төҫө ҡасҡан бухгалтер ҡатын инә.
– Роман төнө буйы баҫыуҙа һерәйеп тормаҫ өсөн кистән бомбаны өйгә алып ҡайтҡайны, иртән иртүк урынына илтеп ҡуйырға теләгәйне...
– Теләгәйне?.. Алып барманымы ни?.. – Хакимиәт башлығы ағарына.
– Улай уҡ түгел, һеҙ иртән ашығыс планерка йыйҙығыҙ, ул бомба менән бында килде...

А. ЯҠШЫҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас