+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
6 Ноября 2022, 13:00

Көләмәстәр

Урамда ике ҡарт һөйләшә:– Дә, – ти береһе һуҙып, – был көҙ башлыҡты иләй. Ҡасан ғына ҡар...– Ҡайһы башлыҡты? – тип бүлдерә икенсеһе. – Райондыҡынмы? – Минең ҡуян бүректе, тим, ауыҙыңдан ел алғыр! ***

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Уҙған быуат урталары. Таулы-урманлы райондарҙың бере һендә булған хәл. Дүрт-биш малай-шалай ишек алдында уйнап йөрөй икән. Ҡапыл Исмәғил исемлеһе әсе итеп һыҙғырып ебәрә һәм һөрән һала:
– Баба килә, баба!..
Малайҙарға был кешенең кем икәнен аңлатып торорға кәрәкмәй, барыһы ла, имен саҡта кем ҡайҙа өлгөрә, ҡасып бөтә. Исмәғил генә урынында ҡала. Ҡурҡышынан дер ҡалтыраған малайҙар бер аҙҙан дуҫтарының тауышын ишетә:
– Һаумыһығыҙ, баба Надя!
– Һаумы, Исмәғил, өләсәң өйҙәме? – ти ошо яҡҡа килен булып төшөп, инде туҡһанын ҡыуалаған Надежда Петровна.
***
Электрлаштырыу бүлегендә уҡыусы берәүҙе төҙөлөшкә практикаға ебәргәндәр. Яңы йортҡа лампочкалар борорға. Бер заман кемдер һөрән һалып ҡысҡырып ебәргән.
– А-а-а-а!..
Эшселәр, мастер һәм башҡалар, эштәрен ташлап, тауыш килгән бүлмәгә барып инһәләр, электрик, һыны ҡатып иҙәндә тәгәрәп йөрөй.
Эргәһендә, ни көлөргә, ни иларға белмәй, әлеге практикант тора.
– Кем аҡырҙы?
– Мин, – ти студент.
– Ни булды?
– Ағай ҡушты...
– Ток һуҡтымы әллә?
– Эйе.
– Баҡыр, тимәнем бит, сымдар баҡыр икән, тинем, – ти, йәшен һөртөп, электрик.
***
Бөрйәндәрҙе Өфөлә полиция хеҙмәткәре туҡтата:
– Һаумыһы-ғыҙ, полиция инспекторы рядовой Фәләнов. Эстегеҙме?
– Саҡ ҡына.
– Тәк, нимә эстегеҙ?
– Бал балы ғына эскәйнем.
– Һа! Күпме эстегеҙ инде балды?
– Күп түгел, бер кәсә генә.
– Бал эсегеҙҙе ҡырҡа, барығыҙ тиҙерәк больницаға! Үләһегеҙ бит!

***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Нимә эшләйһең?
– Йөн иләйем.
– Ә һин?
– Кәбеҫтә утайым.
– Ниндәй кәбеҫтә? Әле көҙ ҙә инде?
– Булһа ни. Ирем Себерҙән ҡайтҡайны, уның картаһынан аҡса “утап” ултырам әле, өс ай буйы йыйылған бирәсәктәрҙе түләп.

Илеш БУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас