

Барҙым. Үлсәнем. Әбей хәҙер һорашырға тотонор, тип, консультацияға әҙерләндем.
– Улым, минең дачалағы тәҙрәләрҙе лә үлсәргә кәрәк ине, – тине ул күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап.
– Булдырабыҙ уны, дачағыҙ ҡайҙа?
– Әйҙә, киттек, күрһәтәм. Һин машинаңа сыҡ, мин хәҙер.
Ултырам, көтәм. Сыҡты. Ике кәрзин үрсетмә тотҡан. Тағы бер нисә пакет.
– Улым, ҡалай һәйбәт булды әле, бер юлы дачаға әйберҙәремде лә алып барырға яраймы?
Оло кешегә кире ҡағыу уңайһыҙ. Үҙен дә, әйберҙәрен дә алып барҙым. Тәҙрәләрен үлсәнем.
– Тәҙрәләрҙе ниндәй конфигурацияла эшләргә? Быялаһы?
Ул минең яҡҡа боролоп та ҡарамай, әйберҙәрен ташый.
– Килтергәнең өсөн рәхмәт, улым. Мин һиңә һуңынан шылтыратырмын.
Ә. ЗАКИРОВ
Фото: medru.su