+13 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
13 Ноября 2022, 10:00

"ҺӘНӘК" дауаханаһы

Эшһеҙ тороп ҡалған инженер бик оҙаҡ эш эҙләп-эҙләп тә тапмағас, үҙенең клиника­һын асҡан. Бинаға алтаҡта элгәндәр: “Сирҙе дауалау 5 000 һум, дауалай алмаһаҡ, беҙ һеҙгә 10 000 һум би­рәбеҙ”.

"ҺӘНӘК" дауаханаһы"ҺӘНӘК" дауаханаһы
"ҺӘНӘК" дауаханаһы

Клиника янынан уҙып барыусы табип бынан файҙала­ныр­ға һәм бер аҙ аҡса эш­ләргә уйлаған.
– Һаумыһығыҙ, үҙем менән нимә булғанын белмәйем, аш тәмен тоймайым, хәҙер миңә барыһы ла бер төрлө, тәмһеҙ...
– Шәфҡәт туташы, рәхим итеп, һутлы 22-се ҡапты килтерегеҙ ҙә пациентҡа бирегеҙ.
– Пациент, рәхим итеп, ауыҙығыҙҙы асығыҙ...
– Тфү, был бит бензин!
– Ҡотлайым, һеҙ яңынан тәм тоя башланығыҙ, һеҙҙән 5 000 һум.
Доктор бик ныҡ асыу­лан­ған, шулай ҙа счетты түләгән. Бер нисә көндән һуң тағы ла клиникаға килгән.
– Һаумыһығыҙ, мин хәте­ремде юғалттым, зинһар, миңә ярҙам итегеҙ...
– Шәфҡәт туташы, рәхим итеп, һутлы 22-се ҡапты килтерегеҙ ҙә пациентҡа бирегеҙ.
– Пациент, рәхим итеп, ауыҙығыҙҙы асығыҙ...
– Был бит бензин!
– Ҡотлайым, һеҙҙең хәте­регеҙ кире ҡайтты, һеҙҙән 5 000 һум.
Тағы ла нығыраҡ асыуы ҡабарған табип аҡса түләгән, ләкин ике көндән йәнә килгән.
– Һаумыһығыҙ, мин күрмә­йем, зинһар өсөн, ярҙам итегеҙ.
– Йәл, ләкин беҙ бында көсһөҙ, бына һеҙгә 10 000 һум.
– Бында 5 000 генә бит!
– Ҡотлайым, һеҙ яңынан күрә башланығыҙ! Һеҙҙән 5 000 һум.
***
– Шәфҡәт туташы, термометр алығыҙ ҙа, икенсе палатаға барып ҡарағыҙ әле, минең шариклы ручка ауы­рыу­ҙарҙың ҡайһыһының ҡултыҡ аҫтында икән?
***
Беҙҙең, табиптарҙың, ике генә теләге бар: фәҡирҙәр бер ваҡытта ла ауырымаһын, ә байҙар бер ваҡытта ла һауыҡмаһын...
***
Ике табип һөйләшә:
– Бына ҡарале, йәшерен генә баш табиптың НДФЛ күсермәһен алдым, эш хаҡы беҙҙекенән әллә ни түгел икән, өс тапҡыр ғына күбе­рәк.
– Иҫәр, был уның килем һалымы.
***
Отличник – һәйбәт табип, ә “өслө”гә уҡығаны баш табип була.
***
Пациент докторға килгәс һорай:
– Доктор, йоҡлай алма­ғанда һеҙ ни эшләйһегеҙ?
– Һанайым.
– Нисәгә тиклем.
– Өскә тиклем.
– Нисек, өскә тиклем генә­ме?
– Ни… ҡайһы берҙә дүртенсе яртыға тиклем.
***
– Доктор, һеҙгә ҙур рәхмәт, әгәр һеҙ булма­һағыҙ, мин биш йыл элек үлгән булыр инем.
– Нимә һеҙ, үҙегеҙгә рәхмәт: әгәр һеҙ биш йыл элек үлгән булһағыҙ, минең фатирым да, машинам да, дачам да булмаҫ ине…
***
Бөгөн табипҡа сиратта торғанда ике әбейҙең һөйлә­шеүенә ҡолаҡ һалдым:
– Сирләнеңме әллә?
– Юҡ, күңелһеҙ, ҡаралырға килдем әле.
– Ә-ә-ә, минең дә өйҙә ултырғым килмәне.

С. АЙТУҒАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас