+12 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
14 Ноября 2022, 07:00

Ирҙәрсә дуҫлыҡ

Салих Маликовичтың асыуы саманан ашты. Теге сәрхүш Сәйфи тағы ла эшкә килмәгән. Кешене күпме тәрбиәләргә мөмкин, бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай инде ул. Етте, бөттө, үҙенә үпкәләһен. Ошо уйҙар менән Салих Маликович приказ яҙырға ултырҙы. “Сәйфи Махмыровичты, эсеп йөрөгәне өсөн, эшенән бушатырға!”

Ирҙәрсә дуҫлыҡИрҙәрсә дуҫлыҡ
Ирҙәрсә дуҫлыҡ

Был эш тамам булғас Салих Маликович уйға батты: “Иртәгә бисәнең тыуған көнө, бажа киләсәк, унан да бигерәк, ҡатындың әхирәте буласаҡ, башҡа дуҫ-иштәр йыйыласаҡ, йөҙҙө ҡырҙартмаҫ өсөн ашау-эсеү мул булырға тейеш.
Тырышлығы бушҡа китмәне, юбилей шәп үтте. Бөтәһе лә ҡәнәғәт булды, мең рәхмәт әйтеп ҡайтып киттеләр. Тик бына Салихтың ғына ҡайтыр урыны ла, махмырҙан ҡасыр урыны ла юҡ. Эшкә килһә лә килде, килмәһә лә килде. Башты күтәреп торорлоҡ хәл юҡ, нимә эшләргә? Берәй терәге лә юҡ бит уның. Һай ауыр был махмыр тигәнең. Теге Сәйфи нисек түҙә ине икән? Һорап та ҡалынмаған бит.
Шайтанды иҫләһәң, ҡаршыңа килеп баҫыр, ти. Ошолай уйлап та өлгөрҙө, ишек асылып китте һәм унда Сәйфи күренде.
– Һаумыһығыҙ, Салих Маликович, берәй ярҙам кәрәкмәйме? – тине ул. – Мин һеҙҙең өсөн Ер шарын күтәрергә әҙер.
Салих Маликович нимә уйланы икән, әйтеүе ҡыйын, әммә ул бар көсөнә аҡырып ебәрҙе:
– Бар, ос, тиҙ бул!..
– Мин хәҙер. Бер аяғым – бында, икенсеһе – тегендә!..
Сәйфиҙең һуңғы һүҙҙәре коридор башындағы тышҡы ишек артында яңғырап ҡалды.
Салих Маликович башын тотоп ике тапҡыр ыңғырашып өлгөрмәне, уның алдында шешәләр тотҡан Сәйфи пәйҙә булды. Их, “былт-былт” иткән тауыш иң матур музыка икән! Бер стаканды бушатыу менән Салих Маликовичтың баш ауыртыуы баҫыла башлағандай тойолдо. Тағы ла бер ике тапҡыр стакандың “төбөн ҡоротҡас”, кәйефтәр күтәрелеп китте, алдында ҡыяр һоноп торған Сәйфи матур кеше булып күренә башланы.
– Ҡара әле, һин шәп егетһең дә баһа! – тип ҡуйҙы ул.
– Эйе, Сәлих Маликович, мин һеҙҙең өсөн баш менән таш ярырға әҙер. Һеҙ тик бына был ҡағыҙға ғына ҡул ҡуйығыҙ.
– Нимә ул?
– Ғариза. Һеҙ мине яңынан эшкә алығыҙ.
Икеләнеп торғандан һуң ҡалтырауы баҫылған ҡулы менән шеф документҡа имзаһын һалды. Ә бер аҙҙан был икәү дуҫтарса гәпләшеп “эштәрен” дауам итә ине. Салих Маликовичҡа ла әҙәм төҫө ингән. Ул хатта тормоштан ҡәнәғәт ине.
– Һин ысын дуҫ икәнһең, Сәйфи, мине бәләнән ҡотҡарҙың бит, ә?! Яҡшылығыңды онотмам. Бәлки, һиңә премия бирергә кәрәктер? – тип һөйләнде түрә.

Заһит МУРСИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас