-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
20 Ноябрь 2022, 12:10

Микроәкиәттәр

Давай! Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың берҙән-бер улдары Давай. Әбей менән бабай үлмәйенсә эшләй башламаҫ инде ул малай.

Микроәкиәттәр
Микроәкиәттәр

Әкиәт

Борон-борон заманда зәңгәр диңгеҙ ярында йәшәгән, ти, бер балыҡсы бабай. “Беҙ йәш саҡта был диңгеҙҙә балыҡ күп ине”, – тип ул әкиәт һөйләгән, ти.

Шалҡан

Әбей менән бабай шалҡан ултыртҡан. Ул ҙур үҫкән, бабай бер үҙе тартып сығара алмаған, әбейҙең биле ҡуҙғалған, ҡыҙҙарының тырнағы буялған, Эттең ваҡыты булмаған, Бесәйҙең йоҡоһо туймаған. Шалҡанға хужа булған Сысҡан.

Күп балалы

Борон заманда бер батша йәшәгән, уның өс улы булған. Беренсе улы беренсе ҡатынынан булған, икенсе улы икенсе ҡатынынан булған, өсөнсө улы өсөнсө ҡатынынан булған. Үҙенең улы булмаған.

Аҡ бүре

Борон заманда урманда аҡ бүре йәшәгән, ти. Уны, аҡ булғаны өсөн, бүреләр батша итеп һайлаған. Ваннаға водород перекисы һалғаны өсөн бисәмде юҡҡа әрләнем, тип үкенгән, ти, ул.

Сәйәхәтсе баҡа

Ҡыр ҡаҙҙары бер баҡаны күтәреп йылы яҡҡа осоп китеп баралар икән. Эҫе ҡомда уны ҡыҙҙырып алырға икән ниәттәре.

Илья Муромец

Урыҫтарҙың бер баһадиры булған. Илья Муромец исемле. Шул ултырған да ултырған, ти. Ултырған да ултырған, ти. Утыҙ өс йыл ултырған. Унан һуң амнистияға эләккән.

Шүрәле

Урманда шүрәле йәшәгән, ти. Былтыр килгән дә уның бармағын ҡыҫтырып киткән. Быйыл килһә, нимәкәйен ҡыҫтырыр ине икән?

Ағайҙар

Әллә элек, әллә бөгөн булған, ти, шундай урын. Төн төшөүгә диңгеҙ шаулай икән, болоттар ҡуйыра, тулҡындар ҡабара. Һәм диңгеҙ эсенән утыҙ өс баһадир килеп сыға, ти. Уларҙы бер сибәр ҡаршылай. Һорашҡан кешеләргә, былар минең ағайҙарым, тип әйтә, ти.

Бүре менән төлкө

Төлкө бик күп балыҡ тотоп ҡайтып бара икән. Уға Бүре осрап ҡуйған да һорау биргән:
– Был тиклем балыҡты нисек эләктерҙең, Төлкө дуҫ?
– Ҡойроҡ осомдо мәкегә тығып ултырҙым, шуға эләкте, – тигән Төлкө.
Бүре шаяртыуҙы аңламаған. Шуның өсөн һыуыҡ алдырып больницаға эләккән.

Кеше

Кеше эт менән дуҫлашҡан. Кеше бесәй менән дуҫлашҡан. Хәҙер кеше менән кеше эт менән бесәй шикелле йәшәй икән.


Муса ЗАҺИТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: