+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
21 Ноябрь 2022, 18:30

Партбилет

Район үҙәге буйлап автобус китеп бара. Бына ул ҡапыл туҡтаны. Бер юлы кассир вази­фаһын да башҡарыусы шофер пассажирҙарға боролоп һүҙ ҡуҙғатты:– Кемдең билеты юҡ, алһын. Урам сатында контролерҙар тороусан, тикшерһәләр...

Партбилет
Партбилет

Бер нисә кеше кеҫәһенә ты­ғылды. Әхмәтзыя ағай ғына һис нәмәгә иҫе китмәгәндәй, тын ғына ултырҙы. Шофер уны ла иғтибарынан ситтә ҡалдыр­маны:
– Ә һин, ағай?
– Тикшерһәләр ни, тикшер­һендәр. Төрлө тикшереүҙәргә өй­рәнеп бөткәнбеҙ инде, – тине уға ҡаршы Әхмәтзыя.
Пассажирҙар, уны яҡлапмы, ҡыланышын хупламау­ҙанмы, дәррәү һүҙгә ҡушылды:
– Пенсионерҙыр...
– Ветерандыр...
– Әллә герой уҡмы?..
Әхмәтзыя ағайға был оҡша­маны, кеҫәһенән ҡыҙыл тышлы таныҡлыҡ алып, баш осонда һелкеп күрһәтте:
– Бына һеҙгә билет! – Бер аҙ­ҙан һәммәһенә асыулы ҡараш ташлап өҫтәне: – Молчать!
Автобус ҡуҙғалып китте.
Иртәгеһен Әхмәтзыя ағайға йәнә шул уҡ автобусҡа улты­рырға тура килде. Салонда кеше әҙ ине. Шофер кисәге ваҡиғаны онотмағайны, күрәһең, ҡыҙыҡ­һынып һораны:
– Ағай, ниндәй таныҡлыҡ күрһәттең ул?
– Ғәмәлдән сыҡҡан партбилет! Мин бит элекке коммунист!

Рәйес РИЯНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: