+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
29 Ноябрь 2022, 16:00

Пляжда

Пляжда бер егет ҡыҙынып ята. Янына оло йәштәр­ҙәге ир килә лә, текләп ҡарай.– Ғәфү итегеҙ, һеҙ Ғәли Ғәлиевичтең улы түгелме?– Юҡ.– Ғәли Ғәлиевичкә шул тиклем оҡшағанһығыҙ. Моғайын, һеҙ уның улылыр...

Пляжда
Пляжда

– Юҡ, тинем дә баһа!
– Ғәжәп, һеҙ һуйған да ҡаплаған Ғәли Ғәлиевич! Дөрөҫөн әйтегеҙ – һеҙ уның улымы?
– Ҡамасауламағыҙ, китегеҙ!
Бер аҙҙан ир яңынан урап килә:
– Ғәфү итегеҙ, йәнегеҙгә тейгәнемде аңлайым, лә­кин һеҙ мине шаяртаһығыҙ шикелле. Әлбиттә, һеҙ Ғәли Ғәлиевичтең улы!
Егет, йөҙөн боҙоп:
– Ярар, ҡайтҡас әсәйемдән белешермен...

Исемлек

Сәйәхәткә юлланыр алдынан һәр ваҡыт үҙем ме­нән алаһы әйберҙәрҙең исемлеген төҙөйөм. Был юлы ныҡ ашыҡҡанлыҡтан, исемлекте юғалтҡанмын.
Ҡунаҡханала сумаҙанды асҡас, уны аэропорттың хәүефһеҙлек хеҙмәтендә тикшергәндәрен төшөн­дөм. Быны нисек белдем тиһегеҙме? Таҫлап һалын­ған әйберҙәр өҫтөндә юғалған исемлек тә ята. Һәр юл янына кемдер бик матур итеп сәүкә ҡуйып сыҡ­ҡан. Иң аҙаҡтан яҙыу: “Һеҙ теш пастаһын онотҡан­һығыҙ!”

ИҪӘНҒОЛ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: