+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
2 Декабрь 2022, 16:00

АВТО-мәҙәктәр

– Әйтегеҙ әле, йәйәүлене нисек бәреп йыҡтығыҙ?– Мин уны бәреп йыҡманым! Үтеп китһен тип туҡтаным, ә ул ғәжәпләнеүенән һуштан яҙып йығылды ла ҡуйҙы. ***

АВТО-мәҙәктәр
АВТО-мәҙәктәр

– Ниңә бик оҙаҡ килдең?
– Гаишник туҡтатты.
– Ни таптыра?
– Ахмаҡ һорауҙар бирҙе һәм яуаптарҙы иғтибар менән еҫкәне.
***
– Ханым, танытмағыҙҙы би­регеҙ әле?
– Би­рә алмайым, сөнки ул – бүләк!
***
– Ханым, танытмағыҙҙы күр­һәтегеҙ!
– Кисә мин башҡа туфлиҙа инем, шунлыҡтан ул икенсе сумкала тороп ҡалған.
***
– Ҡәҙерлем, минең машина алғым килә, – ти ҡатыны ире­нә. – Машинабыҙ булһа, донъя күрер инек...
– Тегеһенме, быныһынмы? – тип асыҡлай ир.
***
Әгәр Рәсәйҙә кафела өс кеше ни бары ярты литр араҡыға заказ бирә икән, тимәк, улар­ҙың барыһы ла – руль артында.

***

Ишек алдына ингәндә күр­шеһенең машинаһын урлап алып китеүҙәрен күргәс, Ғәли юғалып ҡалмаған, машинаһын бушаған урынға ҡуя һалған.
***
Ҡатыным шофер танытмаһы алып үҙе машина йөрөтә баш­лағандан бирле, уның: “Ҡасан яңы тун алып бирәһең?” – тигән дәғүәһенә: “Ҡасан ҡыш­ҡы резина алып бирәһең?” – тигәне лә өҫтәлде.
***
Светофор эргәһендә “Ока” джипҡа килеп бәрелә. Унан йоҙроҡтарын төйнәп шкафтай “яңы урыҫ” килеп сыға. “Ока”ның шоферы, яурынын һелкетеп:
– Ә мин һеҙҙең һымаҡтар светофорҙа туҡтап тормайҙыр тип уйлағайным, – тигән.
***
– Атай, әсәйем машинаны һиңә ҡарағанда оҫтараҡ йөрөтә.
– Улай уҡ тимәҫ инем...
– Үҙең ҡул тормозының рычагы күтәртеп ҡуйылғанда мин урындан да ҡуҙғала алмайым, тинең дә баһа. Ә әсәйем шул килеш биш саҡрым юл үткән.
***
Йәш егетте гаишник туҡтата. Егет хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған була.
– Мин һеҙгә тиҙлекте арт­тырғанығыҙ өсөн штраф һалам, – ти гаишник.
– Ә ҡайыш? – ти егет.
– Ә ҡайышты өйҙә ата-әсәйеңдән алырһың.
***
Байрамдың икенсе көнө. ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаны туҡтата.
– Эстеңме?
– Юҡ.
– Ни өсөн?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: