+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
6 Декабрь 2022, 15:00

Хикмәтле хәлдәр

Алланың төп кәсебеБер дини философ бөйөк немец шағиры Генрих Гейненан сиркәүгә табыныуын үтенгән. Шулай иткәндә генә, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ғәфү итер, кисерер, тигән. Быға ҡаршы Гей­не:– Алла мине былай ҙа кисерергә тейеш, кисереү – уның төп кәсебе бит! – тип яуап биргән.

Хикмәтле хәлдәр
Хикмәтле хәлдәр

Һәләтһеҙлек файҙаһы

Атаҡлы инглиз драматургы Бернард Шоу янына башлап яҙыусы шағир килә лә үҙенең шиғырҙарын уҡып күрһәтә.
– Нимә тип яҙҙығыҙ һеҙ быны? – тип һорай Шоу, сырайын һытып.
– Беләһегеҙме, – ти теге, – башта мин табип булмаҡсы инем, барып сыҡманы. Шунан һуң, шағир булһам, халыҡҡа күберәк файҙа килтерермен, тип уйланым.
– Ашыҡҡанһығыҙ, – тигән Шоу. – Мин һеҙгә шиғриәтте лә ташларға кәңәш итәм. Ә бына медицинанан баш тартып һәйбәт эшләгәнһегеҙ, һуң, уйлап ҡарағыҙ, халыҡҡа ни дәрәжәлә файҙа килтергәнһегеҙ!..

Башҡа сара булмағас

Күренекле инглиз актеры Тальма судта шаһит булараҡ сығыш яһай. Ике һүҙҙең береһендә: “Мин донъяла иң бөйөк артист!” – тип ҡабат­лай икән. Дуҫтарынан береһе һу­ңынан: “Тыйнағыраҡ булырға кәрәк ине һиңә”, – тип шелтәләгән.
– Мин үҙем дә бик оялдым, – тигән Тальма. – Ләкин башҡа сарам юҡ ине – судья алдында мин тик дөрөҫөн генә һөйләргә тип ант иткәйнем бит!

Эштәр шәптән!

Бер журналист Марк Твендан:
– Ишетеүем буйынса, һеҙ бер пьеса өҫтөндә эшләйһегеҙ икән, был дөрөҫ хәбәрме? – тип ҡыҙыҡ­һынған.
– Эйе, дөрөҫ хәбәр, – тигән Твен. – Гәзитегеҙҙә яҙып сыҡһағыҙ ҙа зыян итмәҫ. Хәҙерге көндә мин дүрт актлы һәм өс антрактлы драма яҙып ятам...
– Эштәр, тимәк, уңышлы бара?
– Бармаған ҡайҙа! Эштәр шәптән! – тигән Твен. – Өс антрактын тамамланым да инде!

Тамуҡҡа инер инем

Бер ваҡыт Чарли Чаплинға шундай һорау биргәндәр:
– Һеҙгә ҡайһыһы ҡулайыраҡ булыр, ҡайһыһы күберәк оҡшай: ожмахмы, тамуҡмы? Үлгәндән һуң ҡайһыһына эләгергә теләр инегеҙ?
– Бик ҡатмарлы һорау был, – тигән бөйөк комик. – Климат яғы­нан ҡарағанда, әйтәһе лә юҡ, ожмахта күңелле һәм яйлы. Ә бына бөгөнгө тормош күҙлегенән сығып ҡараған­да, тамуҡ минең өсөн отошлораҡ булыр кеүек...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: