+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
11 Декабрь 2022, 18:00

Ултырта бит энекәш!

Минең энекәшем бар. Бә­ләкәс кенә әле. Бер ваҡыт ҡасыш уйнағанда ярты сә­ғәт эҙләнем үҙен. Ә ул атайҙың кейеҙ итеге артында баҫып тор­ған. Шундай бәләкәс кенә инде ул. Әй ярата инем үҙен! Теле асыл­ғансы… Кем белгән уның уймаҡ ҡәҙәрле генә ауыҙында шул ҡәҙәр оҙо-о-о-н тел ятҡа­нын?!

Ултырта бит энекәш!
Ултырта бит энекәш!

Ана шул теле арҡаһында артымдан йөрөгән егеттәр сафы көндән-көн һирәгәйә.
Бер көн Илдар килгәйне. Миңә оҡшарға тырышам тип, энем ме­нән уйнамаҡсы булды, һөйлән­дерә башланы. Ә иҙәндә бесәй йоҡлап ята. Энем теге бесәйҙең әле бер яғына сығып сүгәләй, әле икенсе яғына. Үҙе туҡтауһыҙ Илдарға ҡарап һөйләнә.
– Был бесәйҙең үҙе юҡ. Был бесәйҙең үҙе юҡ…
Бәй, Илдар аптыраны инде.
– Нисек инде үҙе юҡ? Бына бит үҙе ята.
Ә энемдең үҙ туҡһаны туҡһан:
– Был бесәйҙең үҙе юҡ!
– Нисек инде юҡ! Бына бит, бына үҙе!
Ә энем һаман үҙенекен туҡый.
– Юҡ, был бесәйҙең үҙе лә юҡ, олағы ла юҡ.
Ҡайҙан белһен Илдар уның һүҙ башындағы “к” хәрефен әйтә алмағанын?! Ә бесәйебеҙҙең ысындан да ҡолағы юҡ, ҡомаҡтар менән һуғышып йыртҡайны. Унан һуң йоҡлап ятҡан бесәйҙең күҙе лә “булмай” инде…
Китте Илдар. Энең башымды ҡатыра, ти.
Ә кисә… Кисә күрше Алмас армиянан ҡайтып төштө! Десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Күрһәгеҙ һеҙ уны! Оҙон буйлы, киң күкрәкле, зәңгәр беретты ҡырын һалған башы юғары күтә­релгән, түш тулы значоктар, суҡ­тар… Урам буйлап яй ғына ғорур ҡиәфәттә ҡайтып килә. Һәр ҡапҡа алдында туҡтап әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро менән иҫән­ләшә. Беҙҙең янға ла килде. Мыш­­ҡыл­дай-мышҡылдай, энем тағы те­геңә текәлде. Өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә күҙен йүгертеп күҙәтә лә күҙәтә. Тик оҙаҡҡа барманы тынлыҡ.
– Алмас ағай, һин армияла булманыңмы ни? – ти.
Күрше егеттең башы тағы ла өҫкәрәк менеп китте. Күкрәген кирә төшөп, беретен яйлап:
– Булдым, – тигән булды.
Энем күҙҙәрен селт-мелт йомоп алды ла, тағы һорап ҡуйҙы:
– Ә һалдаттарҙы күрҙеңме һуң?..
Эх, йәмәғәт, ултырып ҡына ҡалырмын инде мин бындай энекәш менән!

АЙЗИРӘК.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: