+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
12 Декабрь 2022, 14:00

Иғландарҙан

«Кем йәшел таҫмаға төрөлгән 500-лөк купюраларын юғалтты? Һө­йөн­сө, таҫмағыҙ табылды!» ***

Иғландарҙан
Иғландарҙан

«Ҡәйнәмдең яратҡан эте юғалды. Ҡара төҫтә, кендеге аҫтында аҡ йон­доҙо бар, ҡойроғо ҡыҫҡа. Кешеләрҙе күреү менән ырылдап өрә, ер тырнай башлай. Осратыусылар йәки алыҫтан күреп ҡа­лыусылар булһа, зинһар өсөн түбәндәге телефон һандарын йыймағыҙ, адрес буйынса килтермә­геҙ. Буш итмәм».
***
«Яй баҫҡан секретарь-машинистка тотлоҡ­ҡан директор эҙләй».
***
«Хөрмәтле хирургтар! Зинһар өсөн операция ҡалдыҡтарын үҙегеҙ ме­нән өйөгөҙгә алып ҡайт­мағыҙ!»
***
«Мөхәббәт өсмөйөшө­нөң бер мөйөшөн арзан хаҡҡа һатам».
***
«Серле документтарҙы йыйыу өсөн уҡый белмә­гән секретарь-машинистка эҙләйбеҙ».
***
«Үҙен 25 йәштәмен тип уйламаған 56 йәшлек ир менән танышам».
***

«Үтәбаев Әхәт исеменә бирелгән танытманы та­быусыларҙан документ­тағы фотокарточканан көлмәүҙәрен үтенәм».

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: