+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
14 Декабрь 2022, 09:00

Мәрәкәләр

Ике айыу өңөнә ҡайта. Атай айыу буш тәрилкәһен күргәс:– Кем минең ҙур тәрилкәнән ашаны? – тип ҡысҡыра. – Етмәһә, әҙ генә лә ҡалдырмаған?Малай айыу буш тәрилкәһенә ҡарап илай:– Кем минең бәләкәй тәрилкәнән ашаны? Етмәһә, әҙ генә лә ҡалдырмаған!– Иҫәрҙәр, ниңә аҡыраһығыҙ? Тәрилкәләрегеҙгә әле бер нәмәлә һалманым бит, – тигән айыу әсәй. ***

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Әсәйем шылтырата:
– Фатирыңа инеп сыҡтым. Һиңә кофта алып килдем. Өләсәйең менән
бәйләнек, бик матур булды, ул сүп биҙрәһендә.
– ??!!!
– Мин һиңә сүп биҙрәһе лә алдым, һорағайның бит.
***
Тумыртҡа суҡышы менән ағас соҡой. Ағас ҡыуышынан башын сығарып, өкө тумыртҡаға асыулана:
– Саҡ ҡына әҙәплерәк булып булмаймы? Мин төнгө сменала эшләйем.
***
Ир төнгө сәғәт икелә өйөнә иҫереп ҡайта. Ҡатыны уны асыуланып ҡаршылай:
– Ҡайҙан ҡайттың, шунда кит!
Ир кеҫәһенән телефон сығара ла шылтырата:
– Дуҫҡайым, барыһы ла һәйбәт. Мин һораным!
***
– Һин ришүәт алдыңмы?
– Алдым.
– Бер үҙеңме?
– Бер үҙем.
– Күп алдыңмы?
– Нисегерәк әйтергә икән?..
– Икебеҙгә етәме?

Фото: newelhome.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: