-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
17 Декабрь 2022, 12:00

Ярҙамсы

Уйынсыҡтары менән уйнап туйғас, Әмир уларҙы һүтеп ҡарарға ярата. Балаға уларҙың “эсендәге тәтәйҙәре” ҡыҙыҡ. Боҙоҡ уйынсыҡтарҙы атаһы, улы күрмәгәндә генә йүнәтә лә, йәшереп ҡуя. Һуңынан, бер аҙ онотолғас, кире килтереп сығара, яңы тәтәйгә шатланғандай ҡыуанған була Әмир.

Ярҙамсы
Ярҙамсы

Үҫә килә, атаһының хәйләһенә төшөндө малай. Боҙоҡ уйын­сыҡтарҙы йүнәткәнде ҡарап ултырыу уға тағы ла ҡыҙығыраҡ. Кәрәккәнгә лә, кәрәкмәгәнгә лә ҡыҫылып, үҙе лә ата­һына булыша шунда.
Бер көн балалар баҡсаһына атаһы килгәс, Әмир үҙенең тартмаһынан тулы тоҡсай боҙоҡ уйынсыҡтар килтереп сығарҙы.
– Улар һиңә нимәгә ул, улым? – тигәс:
– Йүнәтеп килтерергә кәрәк. Боҙоҡтар менән уйнап булмай, – тип эре генә яуап бирҙе.
– Улар бит һинеке түгел, кем боҙған, шул йүнәтһен.
Шунан малай атаһына яҡыныраҡ килеп, бүтәндәр ишетмәҫлек итеп:
– Минең атайым бөтә нәмәне лә эшләй белә тип маҡтандым бит инде мин, алайыҡ. Ҡурҡма, үҙем яр­ҙамлашырмын, – тип шыбырлап, атаһының арҡа­һынан һыйпаны…

Рәзилә ИШБУЛДИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: