+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
22 Декабрь 2022, 09:00

Баш төҙәтеү

Бәләкәй саҡта атайым менән әсәйем мине үҙҙәре менән туғандарыбыҙҙың һәм дуҫтарының тыуған көндәренә алып йөрөй торғайны. Ғимран бабайҙың тыуған көнөнән һуң атайым менән әсәйем иртәгәһен дә уға ҡунаҡҡа барҙы.

Баш төҙәтеү
Баш төҙәтеү

– Ниңә Ғимран бабай ике көн байрам итә? – тип һораным атайымдан.
– Беҙ баш төҙәтәбеҙ, – тине атайым.
Шунан башлап “баш төҙәтеү” миңә байрамды икенсе көндә лә дауам итеү булып аңлашылды.
Балалар баҡсаһындағы сығарылыш кисәһендә миңә лә һүҙ бирҙеләр.
– Байрам миңә ныҡ оҡшаны, – тинем мин, – иртәгә баш төҙәтергә килербеҙ.
Тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә шаҡ ҡатты, тик атайым ғына ауыҙын йырып көлдө.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: