+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
24 Декабрь 2022, 16:00

Серле хат

Рәдиф ТИМЕРШИН (Хикәйә) Былай мин үҙем аҙғын ке­ше түгел. Иллә-мәгәр си­бәр­ҙәрҙе күрһәм, тыныс ҡына үтеп китә алмайым. Йә күҙ ҡыҫҡан булам, йә һүҙ ҡушҡан булам. Әллә ниндәй ниәттән түгел, былай ғына... Хәйер, минең кеүек буйҙаҡ кешегә сибәрҙәргә күҙ атыу бер ҙә яҙыҡ түгел инде уны­һы...

Серле хат
Серле хат

Эйе, сибәрҙәр башты тиҙ әйләндереүсән.
Бер заман минең менән бик мә­рәкә хәл булды. Үткән эш – бөт­­кән эш, тиһәләр ҙә, һөйләйем әле.
Көндәрҙән бер көндө шулай, эш­тән ҡайтышлай, ғәҙәттәгесә, гәзит-журналдар алырға почта йәшниген астым. Асһам – хат бар! Мин үҙем хат яҙырға ярат­ма­йым. Мин яҙмағас, миңә лә яҙмайҙар. Шуға күрә, хатты күргәс, аптырап киттем. Етмәһә, конвертта – ҡатын-ҡыҙҙар почергы. Шунда уҡ асып уҡый башланым.
«Һаумыһығыҙ, минең өсөн әлегә сер булып ҡалыусы сибәр егет! – тигән. – Әрһеҙлегем өсөн, зинһар, ғәфү итегеҙ! Нишләйем һуң, башҡа сарам ҡалманы – хат яҙырға булдым. Һеҙ, әлбиттә, ми­не белмәйһегеҙ. Күргәнегеҙ ҙә юҡ. Минең дә һеҙҙе әлегә осрата алғаным юҡ. Әммә һеҙҙең ярҙамсыл, алтын ҡуллы кеше икәнлегегеҙҙе беләм. Асыҡтан-асыҡ яҙғанға асыуланмағыҙ берүк: Һеҙҙе бик тә күргем килә. Әгәр ҙә Хоҙай һеҙҙең менән осрашырға насип итһә, донъяла минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ ине. Тик бына нисек итеп күрешергә? Уныһына башым етмәй. Осрашыу минуттарын түҙемһеҙлек менән көтәм... Ә хәҙергә хушығыҙ! – Аҙаҡтан бер популяр йырҙан өҙөк тә өҫтәп ҡуйған: –
Көтәм һине, иркәм,
Көн дә иртән.
Өмөтөмдә өҙмәй тамсы ла...»
Бына шулай. Ни исем-фамилияһы, ни кире адресы юҡ. Теләһәң нисек аңла.
Был серле хаттан һуң минең ҡайғым артты. Юҡ, ҡара ҡайғы түгел, аҡ ҡайғы, кем әйтмешләй. Хәҙер, сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреү менән, йөрәк “жыу” итеп китә: “Ул түгелме?!”
”Уны” уйлап йөрөй-йөрөй бер нисә көн үтеп китте.
– Ҡара әле, әллә алименттан ҡасып йөрөйһөң инде? Һинең менән бик сибәр бер ханым ҡы­ҙыҡһына, – тине эштәге коллегам. – Адресыңды ла һорап алды. Тик үҙенең кем икәнлеген әйтмәй. Тел төбөнән аңлашыла: һине бик күргеһе килә уның.
”Ул!” – тинем мин эстән генә. – Теге серле хаттың авторы!”
Эштән ҡайтып, ғәҙәттәгесә, балконға тәмәке көйрәтергә сыҡтым. Ә башымда тик бер генә уй: ”Кем ул?” Ҡайҙан, нисек табырға уны? Нисек осратып һөйләшергә?” Шулай уйланып торғанда, ҡаршылағы йорттоң балконынан кемдер, көҙгө менән минең күҙгә ҡояш нурҙарын йүнәлтеп, шаяра башламаһынмы! Бала-саға күңел асалыр инде. Гел шулай итә улар һуңғы арала. Туҡта, туҡта, был бит... был бит ниндәйҙер һылыу ҡатын! ”Ул” тинем мин шунда уҡ. О, мөғжизә! Баш­ҡа кеше булмаҫ, бары тик ул ғына булыуы мөмкин. Ана бит нисек йылмая! Мин юрый бармаҡ янаған булдым. Асыуланам, йәнәһе. Ә ул ҡысҡырып көлә. Бында ишетелә хатта. О, уның көлөүе! Тау шишмәһе!.. Тәмәке онотолдо, ҡараным да ҡаттым тегеңә. Ҡояш нурынан түгел, матурлығынан күҙем сағыла. Күҙемде бер асам, бер йомам. Асҡан саҡта шәйләп ҡалдым: теге, ҡулы менән ишаралап, мине үҙенә саҡыра! Ынтылып, балкондан саҡ ҡолап төшмәнем.
Балконынан самалап, хужаһының ҡайһы фатирҙа йәшәүен асыҡлау минең өсөн сүп тә түгел. Бындағы йорттарҙы мин биш бармағым кеүек беләм. Баш ҡағып, хәҙер, иркәм, һинең ҡоса­ғы­ңа остом, тигәнде аңлаттым. Ҡулға инструменттар һалынған сумаҙанымды алдым. Донъя хәлен белеп булмай, – ире-фәләне ҡайтып инһә, кран төҙәткән кеше булырмын...
Ҡалтырана-ҡалтырана шылтырауыҡ төймәһенә баҫтым.
– Инегеҙ, ин, ишек бикле түгел! – тигән яғымлы тауыш ишетелде эстән. Индем. Ингәс, берауыҡ күҙ томаланып торҙо: минең алда, йылмайып, ҡояштай балҡып, гүзәлдәрҙән гүзәл, сибәрҙәрҙән сибәр ханым баҫып тора ине! Йә, хоҙай!.. Шул тиклем ҡаушаным, ҡулдан сумаҙан төшөп китте хатта. Ул да булмай, ”Шап!” иткән тауышҡа бот буйы ғына өс бала йүгереп килеп етте.
– Ур-ра! – тип аҡырышырға тотондолар былар. – Ниһайәт, сантехник ағай килде! Сантехник ағай килде!..
– Рәхим итегеҙ, – тине теге ханым да. – Ниһайәт, көтөп алдыҡ үҙегеҙҙе! Йорттар идаралығында, Һеҙҙе берҙән-бер йүнле сантехник, тинеләр. Һеҙгә – сират, имеш. Әрһеҙлегем өсөн, зинһар, ғәфү итә күрегеҙ. Бер аҙ хәйләләргә тура килде. Башҡаса сарам ҡалманы...
Ҡапыл теге серле хаттағы һүҙҙәр иҫкә төштө.
Мин, инструменттарымды алып, ғәҙәти эшемә, боҙоҡ крандарҙы төҙәтергә тотондом.

 

Автор:
Читайте нас: