+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
25 Декабрь 2022, 12:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Кухняла һауыт-һаба йыуыусы атаһынан улы:– Атай, һин әсәйҙә ни­сә йыл хеҙмәт итәһең инде? – тип һорай. ***  

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Элек ҡатын этебеҙҙе миңә ҡарағанда яҡыныраҡ күрә ине. Ә хәҙер ул урынды мин яуланым!
– Нисек итеп ирештең был ҡаҙанышҡа?
– Эт иркәләнеп, боҙолоп бөттө, ҡатын бешергән ризыҡтарҙы ашамай, ә мин ашайым!
***
– Мин лотерея билеты алғанға тиргәшә инең. Бына, күрҙеңме, һыу­ытҡыс оттоҡ бит, – тигән ире ҡатынына.
– Мин әле лә тиргәйем һине, – тип шелтәләгән ҡатыны, берҙе түгел, ике билет алырға кәрәк ине, апайымдың да һыуытҡысы юҡ бит.

***

Иҫерек ир өйөнә кергәс, өҫтәлгә һуғып:
– Өйҙә кем хужа? – тип ҡысҡырып ебәрә.
Асыуынан ҡатыны уға уҡлау алып бәрә. Ир ауыртҡан ҡулын ышҡып:
– Инде өйҙә кем хужа икәнен һорарға ла ярамаймы инде? – тип ултырған ерҙән шым була...

***

Арыу ғына ҡырын тейә­гән ир өсөнсө ҡаттан йығылып төшә. Бер милиционер яҡын килеп:
– Бында нимә булды? – тип һорай.
–Әйтә алмайым, мин үҙем дә әле генә килеп төштөм.
***
Эсеп алған егет кеше перронда ята һәм һыны ҡатып көлә икән. Унан ни булғанын һорайҙар:
– Мине дуҫтар армияға оҙатырға йыйылғайны. Улар бөтәһе лә поезға ултырып киттеләр, ә мин ятып ҡалғанмын.
***
– Ни эшләп был тиклем иҫерҙең?
– Күп алмағайныҡ: өсөбөҙгә – бер шешә.
– Һуң, аяғыңда көскә баҫып тораһың бит?
– Икебеҙ килмәне лә ҡуйҙы.

Автор:
Читайте нас: