+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Декабрь 2022, 17:00

Миллион дәғүә

– Беҙ ҡатыным менән Яңы йыл бал-маскарадында осраштыҡ.– О, бик шәп тә баһа!– Шәп һиңә?! Мин ул балалар менән өйҙә ултыралыр тип уйлағайным...***

Миллион дәғүә
Миллион дәғүә

– Сәләм! Күрешмә­гәне­беҙгә ун йыл барҙыр инде! Ә ниңә кәйефең юҡ? Күл­дәгең иҫке, институтта кейеп йөрөгән салбарҙа­һың… Өйләндеңме әллә?
– Өйләндем. Ҡатыным – алтын! Күлдәктәремде лә ямай, ойоҡбаштарымды ла…
– Ә аҡсаны ҡайҙа ҡуя­һығыҙ?
– Ҡатынымдың тыуған көнөндә һәм Яңы йылда һәр ваҡыт яңы тун алабыҙ.
– Эээ…
– Башҡаса нисек бул­һын? Кем минең күлдәгем менән ойоҡбаштарымды ямар?
***
– Мин һинең яңы тун алып бирәм, тигән тәҡди­ме­ңә риза.
– Минең тәҡдимем?
– Эйе, һинеке.
– Ә мин бындай тәҡдимгә нисек килдем?
– Килмәнең, шыуыштың.
– Кисә иҫерек инем, бер нәмә лә хәтерләмәйем.
– Ә ҡатын ни өсөн? Хәте­реңә төшөрөү өсөн түгелме ни?
***
– Ҡатын-ҡыҙҙар сер һаҡлай белмәй, тигәндәре буш хәбәр.
– Нимәне күҙ уңында тотаһың?
– Өйләнгәнемә 25 йыл, ҡатыным эш хаҡымды ни эшләткәнен бер тапҡыр ҙа һөйләмәне.
***
Мин үҙемдең тәүге миллионымды туйҙан һуң ярты йыл үткәс тә эшләнем. Был – кәләшемдең миллион дәғүәһе.
***
Ҡатын эштән ҡайтҡан иренә:
– Ниһайәт!
– Әллә һуңлап ҡайттым­мы?
– Мин был хаҡта түгел. Ниһайәт, һинән ҡиммәтле ҡатын-ҡыҙҙар хушбуйы еҫе аңҡый.

 

Автор:
Читайте нас: