+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Декабрь 2022, 13:50

Ҡуян

Ҡустым миңә – Ҡыш ба­байға – Банни ҡуяны бүләк итергә ҡушты. Ул уйнаштан тыуған Ҡытай нәмәһе зәң­гәр­һыу-йәшел төҫтә, бала­лар­ҙың йырҙарын йырлай, уға һөй­ләш­кән тауыш­тарҙы яҙҙы­рырға мөмкин, бала менән йәшенмәк тә уйнай ала.

Ҡуян
Ҡуян

Баланың ҡулына хәтфә кишер кейҙерелә, тейешле режим ҡуйыла. Ҡуян яғым­лы ҡатын-ҡыҙҙар тауышы менән уйнар­ға теләүен хә­бәр итә лә бала артынан йөрөй башлай… Ошо мөғ­жизәле дошман техниканы ҡустыма бүләк иттем.
Яңы йыл төнөндә еҙнәм ныҡ ҡына төшөргән. Телевизор алдындағы келәмдә ятып йоҡлаған. Уята алма­ғандар. Шунан ҡатыны ҡуянға нимә­лер яҙҙырған, кишерҙе һөй­гәненең ҡулы­на таҡҡан. Еҙ­нәм 1 ғину­арҙа сит тауыштан уянып киткән:
– Зариф… Зариф… Ниңә ләх булғансы эстең?
Күҙҙәрен асһа, алдында – зәңгәрһыу-йәшел ҡуян! Еҙнәм күҙҙәрен бер нисә тапҡыр асып йома, ҡуян юғал­май, тәтел­дәй ҙә тә­телдәй. Ҡото алынған ир әкрен генә шыуыша, ә электрон ҡәбәхәт ҡы­уана: “Әйҙә, уйнайбыҙ! Һин ҡас, мин эҙләрмен”. Һәм йырлай-йырлай уның артынан эйәрә. Еҙнәм саҡ йән бир­мәй…

Б. СУЛПАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: