+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
31 Ғинуар 2023, 13:00

Про заек

(Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр) Шағирҙар Дамир Шәрәфет­динов, Мөнир Ҡунафин һәм прозаик Рәлис Ураҙғолов байрам табынында ултыра. Һүҙ шиғриәт тураһында бара. Рәлис Ураҙ­ғолов уларҙың хәбәрен тыңлап ялҡҡас:– Мин – прозаик! – тип тороп баҫа.

Про заек
Про заек

Уға иғтибар итеүсе юҡ, теге икәү һаман үҙ-ара һөйләшеүен белә.
– Мин – прозаик! – тип һүҙ ҡыҫтыра йәнә Рәлис.
– Про каких заек? – тип ҡыҙып китә Дамир. – Беҙ бит шиғриәт тураһында һөйләшәбеҙ, ә про заек түгел...

Һаҡал

Р. исемле шағир бер саҡ тыу­ған ауылында ятып, Өфөгә һаҡал үҫтереп килә.
– О-һо, һаҡал үҫтереп ебәр­гәнһең икән, – ти уға дуҫтары.
Теге шағир күкрәк кирә биреп:
– Рауил Бикбаевҡа оҡшарға теләйем, – тип ебәрә.
– Рауил Бикбаевҡа оҡшар өсөн һаҡал түгел, аҡыл үҫтерергә кәрәк...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: