+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Февраль 2023, 14:00

Күркә

Йылдар үтә торҙо, беҙ үҫеп, таралышып бөттөк. Иң бәләкәс һеңлем ауылда төпләнеп ҡалды. Юҡ-юҡ та ауыл яғы бик һа­ғындырһа, һеңлемә ҡунаҡҡа барып сығам.

Күркә
Күркә

Көндәрҙең береһендә ауыл яғына юл төштө. Күҙ терәп торған һеңлемә барҙым. Бик матур итеп өҫтәл әҙерләгән. Сәй эсеп, кү­ңелдәрҙе бушатҡас, әле­ге лә баяғы, шул бәҙ­рәфкә сығаһың бит инде. Аяғыма калуш эләк­тер­ҙем дә киттем. Кире сығып кил­һәм, ҡып-ҡыҙыл башлы күркә мине суҡырға уйлап, кү­рәһең, мәсекәй әбей һымаҡ, тегеләй-былай йүгергеләй башланы. Үҙ ғүмеремдә уны аҫ­ра­мағас аптырап ҡалдым. Беҙ бә­ләкәй саҡта ауылда күркә үр­сеткән кеше булмай торғайны. Мин атлаған һа­йын, “көркөлдәп”, миңә табан кил­мәһенме. Ата ҡаҙҙан да яма­ныраҡ булып кү­ренде был оҙон муйын. Өй яғы­на бер-ике аҙым баҫырға ла өлгөрмәнем, бер иле минән ҡал­май йүгерә башланы. Кәрәк саҡ­та, исмаһам, ҡулға эләк­те­рергә таяғы ла күренмәй, тегенән ҡасып, кире бәҙрәфкә инеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Унан башты ғына тығып ҡара­йым. Теге оҙон муйын һаҡсы һымаҡ ишек алдында, бында мин хужа, тигән шикелле тегеләй-былай йөрөштөргөләп ала. Бәҙ­рәф ишеген асыуым була, ул ми­ңә ҡаршы килә башлай. Сы­ғып ҡысҡырып та ҡарайым: ишет­кән-күргән кеше тойолмай. Был тамашаны һеңлекәш тәҙрәнән кү­реп торған икән, ярай мине сы­ғып алды.
– Мин һинең эсең ауыр­талыр, – тип уйланым. Бәҙрәфтән сығып саҡ ҡына тораһың да кире йү­герәһең бит, – тине һеңлекәш, ихлас йылмайып. – Ул бит ҡыҙыл кейем кейгән кешегә ташлана, шуны ла белмәйһеңме ни?..

Л. САЙРАНОВА.

Фото: domikru.net

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: