+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
2 Февраль 2023, 17:20

Көлгәнгә – көлкө

ГАИ хеҙмәткәре шофёр­ҙы туҡтата:– Сэр, документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ!..– Нишләп, иптәш лейтенант, мин сэр булайым, ти?– Ә ниңә инглиздар һымаҡ, юл­дың һул яғынан китеп бара­һығыҙ?

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***

Бүлек мөдире йәш клеркты әрләй:
– Венер, ниңә һин өҫтәл артында йоҡлап ултыраһың?
– Минең йәш балам бар – ул төнө буйы өйҙә бер кемде лә йоҡлатмай.
– Ярай, улай булғас, уны үҙең менән эшкә алып кил. Бәлки һиңә эш урынында ла йоҡларға ирек бирмәҫ...
***
Автобуста бер сибәр ҡы­ҙыҡай алдына иҙерәп ятҡан бесәйен иркәләп-һыйпап бара. Ҡаршыла ултырған егет, көнләшеп, ҡыҙға өндәшә:
– Эх, ошо бесәй урынында булһаң икән!..
– Бер ҙә ҡыҙыҡмағыҙ, мин әле уны бестерергә ветери­нарға алып китеп барам.
***
Ябай халыҡ Рәсәйҙә иғлан ителгән ути­ли­зация програм­маһы юлдарҙы иҫке машина­ларҙан арындырыу өсөн ойош­торолған, тип уйлай. Ысынында иһә, был акция Рәсәй авто­промының һатылмай ятҡан машиналарын “осо­роу” өсөн уйлап табылған.
***
Ике таныш осраша:
– Һин ике эштә эшләйһең, ти­ҙәр, хәҙер аҡса­ға ба­йыҡ­ҡан­һың­дыр инде?
– Эйе, көнө-төнө эштә бул­ғас, аҡса туҙҙырырға ваҡыт ҡалмай.
***
Юғары дәрәжә­ле сәйәсмән журналистар өсөн бри­финг үткәрә:
– Йә, журналист әфәнделәр, тағы ла ниндәй һорауҙарығыҙ булыр?
Залда тынлыҡ.
– Ғәжәп, протокол буйынса ми­нең тағы ла ике яуабым ҡал­ды...
***
– Ишеттеңме, кисә медицина хеҙмәт­сәндәре плакаттар күтәреп урамға сыҡҡандар имеш.
– Нәмәләр талап иткәндәр икән?
– Бер кем дә белмәй. Яҙыу­ҙары танырлыҡ түгел, ти.
***
– Нонсенс тигән һүҙ нәмә була ул?
– Мәҫәлән, әйтәйек, ГИБДД сержантының айлыҡ эш хаҡы ун мең һум, ә көнлөк эш хаҡы ете мең.
***
Мәктәптә:
– Мансур, беҙгә баҡсала үҫ­кән биш йәшелсәне әйтеп бир әле.
– Ике кишер, өс помидор.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: