+19 °С
Ясно
Туҡтауһыҙ көләм
10 Февраля 2023, 06:00

Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ

Улы атаһынан һорай:- Атай, дәүләт нимә була ул?- Дәүләт ни, шул, ҙур ғаилә кеүек инде, улым. Бына мин - власть, әсәң- министр, өләсәң - ФСБ, ә һеҙ, балалар - ябай халыҡ...Бер ваҡыт, атаһы аҙна ярымлыҡ командировкала саҡта улы шылтырата, ти:- Атай, срощны ҡайт! Өйҙә көн дә яңы власть! ФСБ йоҡлай... Халыҡ ныҡ тулҡынлана!!! *** ***

Ҡыҙыҡ-мыҙыҡҠыҙыҡ-мыҙыҡ
Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ
Уҡытыусы:
- Сәйнүктә һыу ҡайнап сыҡҡас һыу молекулалары менән нимә була?
- Улар сәйнүк ҡапҡасын күтәрә башлай.
***
Стюардесса бөтә пассажирҙарҙы ялҡытып бөткән тиктормаҫ малайға:
- Күрәм, һиңә бында күңелһеҙ. Бәлки, тышҡа сығып уйнап керерһең? - ти.
***
– Ҡан баҫымығыҙ юғары, – ти икән табип пациентҡа.
– Һиҙеп торам: балыҡ тотоуҙан...
– Был шөғөл, киреһенсә, тыныслан­ды­рырға тейеш тә...
– Ризамын! Ләкин мин бит балыҡты ты­йыл­ған урында тотам..
***
Уҡытыусы Әлтәфте әрләй:
– Һин нимәшләп кисә уҡырға килмәнең?!
– Әсәйем салбарҙарымды йыуғайны.
– Шунан?
– Мин өйөгөҙ эргәһенән үтеп бара инем. Ҡараһам, салбарығыҙ эленеп тора. Һеҙ ҙә мәктәпкә килмәҫһегеҙ, тип уйланым.
***
Ҡатыны гәзиттән ғәрәсәттәр, һыу баҫыуҙар, шул арҡала миллиондарса һум зыян килеүе тураһында хәбәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡый.
– Бына күрҙеңме! – тип һикереп тора ире. – Ә һин, бөтөн зыян араҡынан, тиһең!
***
Һары толомло ҡыҙ авиакомпанияға шылтырата:
- Һаумыһығыҙ, минең исемгә билет яҙып ҡуймаҫһығыҙмы икән?
- Нисә кеше осасаҡ һеҙҙең менән?
- Ҡайҙан беләйем мин. Һеҙҙең самолет та инде.
***
Әсәһе 5 йәшлек улынан һорай:
– Улым, һиңә һеңлекәш алып ҡайтайыҡмы?
– Кәрәкмәй, әсәй! Атайым да ҡаршы булыр... Мин бесәй балаһы алып ҡайтҡас нисек асыуланғанын оноттоңмо ни!
***
Ҡышҡы һалҡын көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.
 
***
Ҡунаҡта бер ир ҡатындың йәше менән ҡыҙыҡһына. Ханым йылмайып:
- Ә һеҙ нисә йәш тип уйлайһығыҙ һуң?”-ти.
Ир:
-Ирендәрегеҙҙең төҫөнә ҡарағанда-17, ҡаштарығыҙҙың ҡыйылып тороуына ҡарағанда-16, битегеҙҙең төҫөнә ҡарағанда-20. Йәмғеһе – 53 инде.
Автор:
Читайте нас