

Ҡунаҡтар килеп урынлашҡас, рюмкаларға хужа араҡы һалып сыҡҡан:
– Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, осрашыу хөрмәтенә, берҙе тотоп алайыҡ,– тип эсергә өгөтләй башлаған. Рюмкаһын инде ауыҙына ғына килтерһә, мейес башында йәшенеп ҡарап ултырған еренән малайҙары:
– Атай, араҡы әҙ, үҙең эсмә, әтеү ҡунаҡтарға етмәй,– тип ҡысҡырып ебәргән.
Дәмилә КИЛСЕНБАЕВА.