+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
27 Март 2023, 18:00

Көлһәң, көл…

*Мыйыҡ эшләп эшкә килдем. Ҡаштары эшләнгән, керпектәр йәбештергән бисәләр мине иҫәр тине. Ҡайҙа логика?*Икенсе класта уҡыған улым менән төнгө cәғәт бергә тиклем өйгә эш эшләнек. Баш ҡатырып ултырғансы, лутсы мин ҡатын менән обой йәбештерер инем.

Көлһәң, көл…
Көлһәң, көл…

* Кеҫә телефонындағы будильниктың һәр шылтырауы өсөн аҡса алынһа, барыһы ла ваҡытында торор ине.
* Төнгө сәғәт өстә күрше ишеккә тибеп, ҡотомдо алды. Тертләүемдән ҡулымдағы эшләп торған дрелемде саҡ иҙәнгә төшөрөп ебәрмәнем.
* Ирҙәр нәскийе бик сәйер әйбер. 20 пар йыуҙым, иштәре табылманы.
* «Право»мды алдырғас, ике йылдан һуң саҡ рулгә ултырҙым. Юлда барғанда барыһы ла миңә пипелдәтә, ҡысҡыра, ҡул болғай. Һағынып бөткәндәр…
* Иренең күрше ҡыҙына сығып китеүенә йәне көйгән ҡатыны мәкерле план ҡорҙо. Үс алыу ниәтенән, һөйгәнен тартып алған көндәшенең атаһына кейәүгә сыҡты ла, иренә ҡәйнә булды.
* Чиновниктарҙың һанын уларҙың үҫеп килеүсе балалары ишәйтә.

Автор:
Читайте нас: